+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2017, 14:08

Гәзит уҡыусы һәм гәзит -беҙ бер-беребеҙгә кәрәк

Әлеге юғары технологиялар заманында киң мәғлүмәт саралары еңел булмаған осорҙо кисерә. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың күпселегенең, айырыуса йәштәрҙең, иғтибары социаль селтәрҙәге аудиторияға күсерелгән. Был шарттарҙа баҫмаларҙы нисек һаҡлап ҡалырға?Ишембай ҡалаһының Йәштәр һарайында үткән БР Көньяҡ район-ара ижади берләшмә журналистары семинарында һүҙ шул турала барҙы.


Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Ишембай ҡалаһындағы коллегалары өсөн бик ҡыуанды, административ ресурстар менән тәьмин итеп, район уларҙың редакцияларына матди яҡтан булышлыҡ итә. Был турала беҙгә муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Гүзәл Шаһиева бәйән итте. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһынының маҡсаттары һәм бурыстары хаҡында уның генераль директоры Венера Хәкимова һөйләне.

-Беҙ гәзит уҡыусы менән бергә-бер ҡалдыҡ һәм уға кәрәк булыуыбыҙҙы иҫбатларға тейешбеҙ, - тине ул.

БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәковтың сығышы берләшмәнең эшмәкәрлеге темаһына бағышланды. БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының киң мәғлүмәт саралары бүлеге начальнигы Фирҙәүес Әхмәтйәнова ҡатнашыусыларҙы гәзит биттәрендә даими донъя күрәсәк социаль-әһәмиәтле темалар исемлеге менән таныштырҙы. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП генераль директоры урынбаҫары Гөлназ Ермохина гәзиттәрҙең ижади эшмәкәрлегенә аналитик байҡау яһаны.

Традиция буйынса семинарға тиклем Көньяҡ берләшмә редакциялары араһында “Ғаилә һәм илебеҙҙең киләсәге” (ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа, бала саҡҡа бағышланған иң яҡшы мәҡәләләр), “Экологияға асыҡ ҡараш” (тирә-яҡ мөхитте һаҡлау проблемалары тураһындағы мәҡәләләр), “Халҡымдың кейем-һалымы, аш-һыуы, көнкүрше һәм торлағы” (фотохәбәрселәр өсөн) темалары буйынса ижади конкурстар иғлан ителгәйне. Комиссия бөтә конкурстарҙа ҡатнашҡаны өсөн “Ашҡаҙар таңдары” район гәзитенә рәхмәт белдерҙе. Һәр ижади кеше өсөн маҡтау һүҙҙәре, коллегаларының һәм абруйлы кешеләрҙең ыңғай фекере мөһим. Семинар конкурсында фотохәбәрсебеҙ Фәнис Аҡсурин танылыу яуланы. Уның эштәре маҡтаулы беренсе урынға лайыҡ булды!

Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Беҙ бер-беребеҙгә һулар һауа, рухи аҙыҡ һымаҡ, ысын әңгәмәләшсе булараҡ кәрәкбеҙ. Беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ!

Алһыу ТӘТЕГӘСЕВА.
Читайте нас: