4 октябрҙә Рәми Ғарипов исемендәге республика 1-се гимназияһы –интернатының ултырыштар залында Уҡытыусылар көнө алдынан БР Хөкүмәтенең аҡсалата премияһына конкурста еңеүселәргә арналған тантаналы сара уҙҙы. 50 иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары араһында Фёдоровка 1-се мәктәбе уҡытыусыһы Карпова Ольга Ивановна аҡсалата премияға лайыҡ булды.