“Линар” йәмғиәтендә көнбағыш йыйыуға төшкәндәр. Яҙғы-йәйге осорҙағы тейешле тәрбиә арҡаһында хужалыҡ был культуранан яҡшы уңыш ала.
Ошо аяҙ көндәрҙә Полессе комбайнында тәжрибәле механизатор Марс Заһиҙуллин эшләй. Көнбағыш йыйыуға төшкәнсе, ул 1000 гектар майҙанда иген культураларын йыйған. Үткән ял көндәрендә сәселгән майҙандың яртыһынан көнбағыш йыйған.
Ырҙын табағына баҫыуҙан уңышты ЗИЛ машинаһында Мөнир Бикбаев ташый. Ғәли Йәлилов менән Сергей Малиновский ырҙын табағында көнбағышты киптереп, калибрлай. Александр Анисков үлсәй.
-100 тоннаһын Шишмә май заводына оҙаттыҡ инде, 300 тоннаһын һатырға ниәтләйбеҙ, орлоҡҡа 2 тонна һалдыҡ,- тине беҙҙең менән әңгәмәләшкәндә Вильнар Скрынников. Хужалыҡ етәксеһе менән ырҙын табағында күрештек. Ул орлоҡтарҙың дымлылығы 10 процент тәшкил итеүе, эшкәрткәндән һуң ГОСТ-ҡа ярашлы булыуы хаҡында бәйән итте.
-Бынан да яҡшыраҡ көндәрҙе көтөргә түгел, шуға ла уңышты йыйып ҡалырға ашығабыҙ,- тине Вильнар Викторович.
“Линар” йәмғиәтендә эшләйһе эштәр байтаҡ әле. Яҡын көндәрҙә 350 гектар майҙанда ужым шипкәнен сәсеүҙе тамамлағандар. Әле туңға һөрәләр. Тимерйән Ҡотлобулатов һөрә, Руслан Асҡаров дискылай. Барлығы 1000 гектар майҙанды туңға һөрөү планлаштырылған.
Әлегә һауа торошо аграрийҙарға илтифат итә, шуға ла йүнсел хужалар баҫыу эштәрен тамамларға ашыға.