+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2017, 14:11

“Киләсәккә ышаныс бар, эшләргә теләк кенә булһын”

Бизнес асып ебәреү теләге менән Геннади Ионаевич Чангелия туҡһанынсы йылдарҙа яна башлаған. Тәүге ваҡытта Салауат ҡалаһында ул “Техснаб” йәмғиәтен ойошторған. Был предприятие сиктәрендә юғары баҫымлы полиэтилен эшкәртеү буйынса цех асылған. Эш барышында ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр, шул иҫәптән беҙҙең район менән дә партнерлыҡ мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килгән. Ул саҡта эшләп килгән “Пугачев” (Бала Сытырман) совхозы даими заказ биреүсе булған.

Оҙайлы хеҙмәттәшлек дауамында Геннади Ионаевич совхоздан һөт заводын һатып алған һәм 2004 йылда “Регион-Сервис” йәмғиәтен булдырған. Һөт заводы сеймал ҡабул иткән, һөттө һыуытып, республиканың эшкәртеү предприятиеларына оҙатҡан. 2006 йылда “Путь Ленина” колхозына (Үрге Яуыш ауылы) инвестицияларҙы һалып, “Азат” йәмғиәтен ойошторғандар, һуңыраҡ Геннади Ионаевич “Родина” йәмғиәтенең (Новоселка) инвесторы булып киткән. Шунан ауыл хужылығы предприятиелары “Регион-Сервис” йәмғиәте менән берләштерелгән.

Иҡтисади белгеслеге, ауыл хужалығындағы эш тәжрибәһе бизнесменға үҫергә булышлыҡ иткән. Бөгөн “Азат” йәмғиәте райондың иң ҙур хужалыҡтарының береһе булып тора. Һөрөү майҙандары 9500 гектар тәшкил итә, фермаларҙа 2150 һыйыр малы аҫрала. Малдар һаны йылдан-йыл арта.

Һөт заводы “Хәйерле иртә” тауар билдәле 12 төрлө һөт продукцияһын етештерә. Киләсәктә-йоғорт әҙерләү планлаш-тырыла, технологияһын өйрәнгәндәр һәм тәмләп ҡарағандар. Йомшаҡ сыр етештереүгә лә күп ҡалмаған. Цех төҙөлә, йыһаз һатып алыу планлаштырылған.

2016 йылғы эш һөҙөмтәләре буйынса яҡшы эше өсөн ойоштороусы Геннади Ионаевич алдынғылар слетында район предприятиеһының иң яҡшы етәксеһе тип танылды.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, материал баҫмаға әҙерләнгән арала Геннади Ионаевич фани донъянан китеп барҙы. Әммә уның районыбыҙ хаҡына башҡарылған изге эштәре мәрхүм хаҡындағы хәтирәләр булып хәтеребеҙҙә һаҡланасаҡ.

Геннади Чангелия кесе һәм урта бизнестың киләсәге ышаныслы булыуына ныҡлы ышана ине. Иң мөһиме- эшләргә теләк булһын һәм билдәләнгән юлдан тайпылмаҫ өсөн ихтыяр көсө генә кәрәк, тигән фекерҙә ине ул.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: