+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2017, 14:12

Уңайлы мөхит һәм хеҙмәт тураһында

Район хакимиәтендә БР территорияһында халыҡтың формаль булмаған мәшғүллеген кәметеү һәм хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләү мәсьәләләре буйынса Республика ведомство-ара комиссияһының сираттағы видеоконференцияһы уҙҙы.

Район хакимиәтендә БР территорияһында халыҡтың формаль булмаған мәшғүллеген кәметеү һәм хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләү мәсьәләләре буйынса Республика ведомство-ара комиссияһының сираттағы видеоконференцияһы уҙҙы. Видео конференцияны Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Л. Х. Иванова алып барҙы. Селекторҙа райондарҙағы ошондай уҡ ведомство-ара комиссияларҙың эше хаҡында һүҙ барҙы. Мәләүез һәм Миәкә райондары вәкилдәренең сығышы тыңланды.

Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу темаһы көнүҙәк булып тора. “Һәр бер ДУП йәиһә МУП-ҡа берәр инвалид эшкә урынлаштырылһа, беҙ был проблеманы республикала хәл итәсәкбеҙ”, - тине Ленара Хәким ҡыҙыa.

БР прокуратураһының граждандарҙың хоҡуҡтарының һәм иреклелегенең үтәлешен күҙәтеү бүлеге начальнигы Д. В. Коровкин асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында бәйән итте.

“Уңайлы мөхит” – видеоселекторҙа ҡаралған тағы бер тема. Республиканың 26 мәҙәниәт һәм спорт учреждениеһына улар бөтә инвалидтар өсөн яраҡлаштырылһын өсөн аҡса бүленгән. Һүҙ шул аҡсаны файҙаланыу һәм муниципаль район хакимиәттәре тарафынан контроллек итеү тураһында барҙы. Инвалидтарҙың учреждениеларға һәм ойошмаларға инеү мөмкинлеген еңеләйтеүсе пандустар, саҡыртыу төймәләре һәм башҡа яйланмалар булмаған осраҡта штраф һалыныуы хаҡында ла онотмаҫҡа кәрәк.

Видеоконференциянан һуң район ведомство-ара комиссияһының ултырышы булды, уны хакимиәт башлығы урынбаҫары В. П. Фадеев алып барҙы.

Светлана ЗАЙЦЕВА.


Читайте нас: