Малсылыҡ тармағы белгестәренең төп бурысы- малдарҙың продуктлылығын арттырыу. Республика зона кәңәшмәһендә эште алып барыу йүнәлештәре, уларҙы хәл итеү юлдары тураһында һүҙ барҙы.
Район мәҙәниәт йорто залында 10 октябрҙә республиканың төрлө райондарынан ауыл хужалығы идарылығы етәкселәре йыйылды. Улар менән бергә зоотехниктар, шулай уҡ ғилми учреждениелар белгестәре, консалтингылы ойошмалар вәкилдәре килгәйне. Доклад менән сығыш яһаусылар эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты, үҙ хужалыҡтарында малсылыҡ тармағындағы хәлдәр торошо хаҡында бәйән итте.
Сараның пленар өлөшөн БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Д.Д. Кәлимуллин алып барҙы. Ул республика буйынса ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күрһәткестәрен ентекле анализланы. Нодуляр дерматит, АЧС һ.б. йоғошло ауырыуҙарҙы районға индермәү маҡсатында етди саралар күрергә тәҡдим итте.
Ауыл хужалығындағы хәлдәр тураһында район хакимиәте башлығы В.Ф. Насретдинов һөйләне.
“АгроТехЛаваль” йәмғиәте вәкиленең сығышы ла бик ҡыҙыҡлы булды. Слайдтар ярҙамында ул һөт малсылығы йүнәлешендә эшләүсе хужалыҡтар өсөн заманса ҡоролма- һөттө һыуытыу өсөн таннерҙар, һауын системалары һ.б. күрһәтте.
Һөт сифатын селекцион тикшереү лабораторийҙарының һәм малсылыҡтағы иммуногенетиканың функ-циялары һәм әһәмиәте тураһында “Башҡортостанда тоҡомсолоҡ эше буйынса” йәмғиәтенең генераль директоры А.Г. Ильясов бәйән итте.
Һыйырҙарҙың һөт продуктлылығын арттырыу өсөн уларҙы яҡшы ашатырға кәрәк. Мал аҙығы өҫтәлендәге мал аҙығын һәм ҡатнаш мал аҙығының дымлылығын контролләү ҙә мөһим. Был турала Өфө ҡалаһы “Экопрод” йәмғиәте директоры Р.И. Бәдрутдинов һөйләне.
Тәбиғи һөттө алмаштырғыс, заманса фильтрлаусы элементтар, һыйырҙарҙы һауыу, быҙауҙарҙы эсереү өсөн автоматик системалар һәм башҡа яңылыҡтар, малдар өсөн эрзинкә келәмдәр, универсаль күсмә һауыу ҡоролмаһы, флюгер диффлекторы тураһында уларҙы етештереүсе компаниялар вәкилдәре бәйән итте.
“Прогресс” “Ғилми- технология компанияһы” йәмғиәте директоры В.А. Мәзитов ойошманың эше асылы хаҡында ентекле аңлатты. Аудитор тикшереүҙәр, һауын һыйырҙарҙы тикшереү, әҙ һөт биргән һыйырҙарҙы бракҡа сығарыу тураһында бәйән итте. Белгестәр көтөүҙәрҙе тергеҙеү буйынса эш алып барыу, ветеринария оҙатыуы, малдарҙы һыу менән тәьмин итеү гигиенаһы буйынса консультация биреүҙәре тураһында хәбәр итте.
-Республикала һөт һорау менән ҡулланыла, һөт заводтарының эш күләме тейешенән 35 процентҡа күберәк,- тине бөтә сығыштарға йомғаҡ яһап Динар Дамир улы Кәлимуллин. Ул көсөргәнешле эшләргә кәрәкле йүнәлештәрҙе атаны. Шулай уҡ яһалма ҡасырыу яһау буйынса пункттар ойоштороу маҡсатында Ауыл хужалығы министрлығында ҡаралған грант тураһында һөйләне.
Кәңәшмәнең практик өлөшө районыбыҙҙың ике ҙур хужалығы менән таныштырыу экскурсияһы рәүешендә үтте. М.В. Фрунзе ис. кооператив етәксеһе Фәйрүз Ғәлиев 1-се Динес һөтсөлөк фермаһында малдарҙы аҫрау технологияһы хаҡында һөйләне. Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға малсылыҡ биналарын, һауын залын һәм һөт блогын күрһәтте. “Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәтендә ҡунаҡтарға үҙҙәре етештергән продукциянан тәмләп ҡарарға тәҡдим ителде, ҡаҙ һуйыу цехында һәм эшкәртеү залында булдылар, ҡаҙ бәпкәләрен аҫрау өсөн ситлектәрҙе ҡаранылар, “Башҡорт ҡаҙы”ның ауыл халҡы менән интеграция программаһы буйынса нисек эшләүе тураһында һорауҙар бирҙеләр.