Мәҡәләмдең башына ҡуйған көнсығыш халҡының әйтеме районыбыҙҙа үткән экстремизмды һәм терроризмды дин ярҙамында профилактикалау буйынса кәңәшмәлә лә яңғыраны. Экстремистик төркөмдәрҙең йәштәребеҙгә йоғонто яһау мөмкинлеген булдырмау өсөн, беҙ үҙебеҙ уларҙы дини яҡтан тәрбиәләргә, үҫеп килгән быуындың аңына дөрөҫ донъяуи идеяларҙы һеңдерергә тейешбеҙ. Был бөтә сара дауамында төп фекер булып яңғыраны.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З. Хәмитов етәкләгән терроризмға ҡаршы комиссияның ҡарары буйынса, күсмә лекторҙар төркөмө осрашыуы яңы форматта уҙҙы. Сараға мәктәп директорҙары, ауыл мәҙәниәт йорттары һәм китапханалар хеҙмәткәрҙәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары, прокуратура һәм яҡындағы райондың уҡыу йорттары вәкилдәре саҡырылғайны. Бынан тыш, Фёдоровка район мәҙәниәт йорто залында- дин әһелдәре, ә 1-се мәктәптә өлкән синыф уҡыусылары менән әңгәмәләр ойошторолдо.
Милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты нығытыу эше тураһында Фёдоровка районы Советы секретары В.М. Хәлитов һөйләне. Венер Мөнир улы районда конфликтлы хәлдәр булмаһа ла, экстремизмды профилактикалау мәсьәләләре төрлө административ ултырыштарҙа даими ҡаралыуын әйтте.
Төркөм координаторы Зарина Сизоненко (М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ҡарамағындағы дин хәүефһеҙлеге һәм дин белеме үҫеше буйынса ғилми-тикшереү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре) ултырыштың эш планы һәм коллегалары менән таныштырҙы. Үҙ сығышында лектор Рәсәйҙә төрлө этник мәҙәниәттәр вәкилдәре араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ыңғай булыуын, әммә был юҫыҡта проблемалар ҙа булыуы ихтималлығын билдәләне. Сөнки әлеге заманда донъяға ҡараштарҙың тап килмәүе арҡаһында, мәҫәлән, Европала, бәхәстәр килеп тыуа, унда дингә ҡараш, этник традициялар ҡапма-ҡаршы килә. Был бәхәстәр экстремистик ойошмаларҙың эшмәкәрлегенә бәйле. Мосолманса кейенгән ҡыҙ, түбәтәйҙәге егет ниндәйҙер әҙәпһеҙлеге арҡаһында ғына кешеләрҙә ҡаршы эмоциялар тыуҙырыуы ихтимал. Эстремизмды профилактикалауҙың төп йүнәлештәре - йәштәргә белем биреү программалары, ғилми тикшеренеүҙәр, улар менән аңлатыу эштәре алып барыу. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ҡарамағындағы дини хәүефһеҙлек һәм дини белем биреүҙе үҫтереү ғилми- тикшеренеү институты был юҫыҡта әүҙем эшләй.
Йәштәрҙе мәсеттәргә һәм храмдарға йәлеп итеү
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса Совет советнигы Р.Д. Ҡарамышев Башҡортостандағы дини хәл тураһында бәйән итте. Ул тыңлаусыларҙың иғтибарын Сүриәләге хәлдәргә йүнәлтте һәм экстремитсик төркөмдәрҙең төп маҡсаты йәштәргә йүнәлтелеүен белдерҙе. Республика территорияһында РФ законы менән тыйылған экстремистик тип танылған ойошмалар эшләй. Был төркөмдәрҙең социаль селтәрҙәрҙә үҙ аккаунттары һәм төрлө сайттары бар. Шулар аша төркөмдәр дини темалар менән йәштәргә төрлө яҡлап йоғонто яһай. Был планда дин әһелдәре булышлыҡ итә ала. Уларҙың эшмәкәрлеге йәштәрҙе мәсеттергә һәм храмдарға йәлеп итеүгә, улар араһында аңғартыу эше алып барыуға, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап биреүгә йүнәлтелергә тейеш.
Рәсәй терроризмға ҡаршы комитеты һәм БР-ның махсуслаштырылған структуралары дини планлы ялған мәғлүмәт таратыусы сайттарҙың эшмәкәрлегенә юл ҡуймау өҫтөндә әүҙем эшләй. Әммә йәш мосолмандарға белем биреү, аңғартыу эше өҫтөнлөклөрәк, сөнки нәҡ улар хәүеф зонаһында тора.
Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты Ислам университетында һәм М. Солтанова исемендәге Ислам колледжында ислам дине буйынса яҡшы белем алырға, ғәрәп телендә уҡырға өйрәнергә мөмкин. Был турала ошо уҡыу йорттары вәкилдәре һөйләне.
БР буйынса Эске эштәр министрлығының экстремизмға ҡаршы тороу буйынса үҙәге район-ара бүлексәһе начальнигы, полиция подполковнигы Н.Р. Йосопов докладын йәштәргә һәм студенттарға бағышланы. Ул экстремистик ойошмаларҙың электән нығып килгән дәүләт тәртибен боҙоуға етди көс һалыуы тураһында хәбәр итте. Ҡаршы тороу саралары билдәләнде, халыҡ һәм йәштәр араһында профилактик эш тураһында һүҙ барҙы.
Бер-берегеҙгә иғтибарлы булығыҙ!
Фёдоровка мәктәбенең өлкән синыф уҡыусылары менән осрашыу формаль булмаған мөхиттә уҙҙы. Төркөм координаторы, социология фәндәре кандидаты Зарина Сизоненко уҡыусылар менән ҡыҙыҡлы әңгәмә ойошторҙо. Ул йәштәштәре һәм ата-әсәләре менән мөнәсәбәттәр темаһына ҡағылды. Уҡыусыларға конфликтлы хәлдәрҙең хәүефле булыуын һәм экстремистик төркөмдәр өсөн ыңғай була алыу мөмкинлеген әйтте. Бындай ойошмаларҙа баланың йөҙөнән үк проблемаһын үҙ аллы хәл итә алмауын аңлаусы тәжрибәле кешеләр бар. Бындай йәш кеше бәләһе менән яңғыҙы ҡалһа, төркөмгә йәлеп ителергә мөмкин, унан инде ул үҙе генә ҡотола алмаясаҡ. Лектор уҡыусыларға бер-береһенә иғтибарлы булырға, проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам итергә саҡырҙы.
-Әгәр дуҫтарығыҙҙың тәртибе үҙгәрһә, аралашмай башлаһа, телмәрендә ят һүҙҙәр барлыҡҡа килһә,быны иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, һөйләшегеҙ, ҡаршы барығыҙ, хәүефле аҙымдан һаҡлағыҙ,- тине Зарина Лероновна. Шулай уҡ уның телмәрендә уҡыусыларға яҡшы уҡырға, диплом алырға, республикабыҙҙың белемле, намыҫлы гражданы булырға тигән тәҡдимдәр яңғыраны. Шул саҡта илебеҙҙә экстремизмға урын булмасаҡ.