-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Октябрь 2017, 13:53

Һәр кемде борсой

Һорау: Милек хоҡуғын үҙемә лә яҙҙыра аламмы, мин бында 15 йылдан ашыу теркәлгәнмен һәм улымдың фатирында йәшәйем. Фатир хужаһы- улым, мине фатирҙан сығара аламы?

Һорау: Милек хоҡуғын үҙемә лә яҙҙыра аламмы, мин бында 15 йылдан ашыу теркәлгәнмен һәм улымдың фатирында йәшәйем. Фатир хужаһы- улым, мине фатирҙан сығара аламы?

Яуап: Был фатирҙа оҙаҡ ваҡыт йәшәү һәм теркәүҙә булыу был фатирға милек хоҡуҡлы булыу тигәнде аңлатмай. Йорт хужаһы милке менән файҙаланырға һәм ҡулланырға хоҡуҡлы. Йорт хужаһы үҙ милке менән теләге буйынса, законға ҡаршы булмаған ғәмәлдәрҙе эшләргә хоҡуҡлы, шул иҫәптән милкенә хужа булып ҡалып, башҡа шәхестәргә биреп торорға, һатырға, милкен залогҡа һалырға, йәиһә башҡа төрлө файҙаланырға мөмкин. Хужа менән бер торлаҡта йәшәгән граждандарҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары менән РФ Торлаҡ кодексының 31 статьяһында танышырға мөмкин.

Һорауға Росреестр БР буйынса Идаралығының Фёдоровка һәм Стәрлебаш райондары буйынса муниципаль-ара бүлегенең баш белгес-эксперты

С. Барышникова яуап бирҙе.
Читайте нас: