+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Октябрь 2017, 13:43

Район гәзите һәр йортҡа килһен

Йәрминкәлә редакция хеҙмәткәрҙәре почтальондар менән бергә Матбуғатҡа яҙылыу көнөн үткәрҙе. Был көндә федоровкалар ғына түгел, күрше ауылдарҙан йәрминкәгә килеүселәр ҙә республика, федераль баҫмаларға арзан хаҡҡа яҙылды. Бигерәк тә “Ашҡаҙар таңдары”, “100 советов”, “ЗОЖ”, “Өмет” гәзиттәрен үҙ итте халыҡ.

«Гәзитле ле, бүләкле лә булдыҡ».

Райондағы мөһим ваҡиғаларҙан ситтә ҡалмаҫ өсөн, айырыуса өлкән йәштәге һәм пенсия йәшендәгеләр район гәзитенә яҙылырға ашыҡты (йәштәрҙең гәзит уҡымауы бик үкенесле). Хәҙер күптәр йыл дауамында гәзит алдырасаҡ. Әйткәндәй, улар шулай итеп күпмелер аҡсаһын экономияланы.

Ҡайһы берәүҙәр ташлама менән гәзиткә үҙҙәренә генә түгел, ә туғандарына ла бүләк булһын, тип яҙылды. Редакция хеҙмәткәрҙәрендә “Ашҡаҙар таңдары”на яҙылған һәр кем кескенә бүләккә эйә булды. Ә улар егерменән ашыу булды. Киләсәктә улар гәзитте редакцияла, буфетта, дауаханала һәм “Перекресток”, “Нурлы”, “Крепёж”, “Теремок” магазиндарында аласаҡ.

Льготалы ун көнлөк тамамланды. Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, иң яңы һәм көнүҙәк хәбәрҙәр алыу ниәтенән 10 процент ташлама бирелгәндә, күптәр яҙылып өлгөргәндер һәм гәзит һәр йортҡа килер, тип өмөт итәбеҙ.

Зилә ФӘЙЗУЛЛИНА.

Гәрәй ХӘЛИТОВ фотоһы.

Читайте нас: