+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Октябрь 2017, 13:55

Тиҙҙән әрмегә

Район хәрби комиссариатының эш планына һәм графигына ярашлы, үткән кесаҙна үҙәк район дауаханаһының ултырыштар залында саҡырыу комиссияһының сираттағы өсөнсө ултырышы уҙҙы. 2017 йылдың көҙөндә район хәрби комиссариаты хәрби хеҙмәткә алыныу йәшендәге 130 тирәһе гражданды медицина комиссияһына йүнәлтте.

Был көндә саҡырыу комиссияһы ҡарары нигеҙендә юғары һәм махсус уҡыу йорттарында белем алған ундан ашыу егеткә кисектереү бирелде.

Өс егет сәләмәтлектәре буйынса хеҙмәткә яраҡһыҙ, тип танылды, уларға тиҙ арала Өфө ҡалаһы саҡырыу пунктында хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡтарын иҫбатлаусы медицина комиссияһын үтергә кәрәк буласаҡ.

Саҡырыу комиссияһына килгән 27 егеттең 12-һе илебеҙҙе һаҡларға китәсәк. 23 октябрь - тәүге оҙатыу көнө.

«Армияла хеҙмәт итеү теләге бармы?»- тигән һорауға, егеттәр хәрбиҙәрсә: «Эйе!» тип яуап бирҙе.

Саҡырыу комиссияһы рәйесе, муниципаль район хакимиәте башлығы В. Ф. Насретдинов һәр егеткә өгөт-нәсихәттәрен еткерҙе. Уларға намыҫлы хеҙмәт итеүҙәрен теләне.

27 октябрҙә Армияға саҡырылыусы көнө уҙасаҡ, унда буласаҡ һалдаттар һәм ата-әсәләре саҡырыла.

Уларға районыбыҙ намыҫына тап төшөрмәйенсә хеҙмәт итеүҙәрен теләйбеҙ.

Гәрәй ХӘЛИТОВ.
Читайте нас: