+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2017, 17:31

Кискелеккә малдарға хуш еҫле бесән бирелә

“Азат” йәмғиәтенең Новоселка бүлексәһе фермаһына беҙ көн кискә ауышҡанда, нәҡ мал аҙығы таратҡанда барҙыҡ. Һыйырҙар хуш еҫле бесәнде рәхәтләнеп умыра ине. Уларҙың йәйге болондан ҡышҡы “фатирҙарына” күнегеүе күренеп тора. Ферма мөдире Андрей Осипов малдарҙың фермаға октябрь башында күсерелеүен әйтте. Был вазифала Андрей Евгеньевич беренсе ай эшләй, быға тиклем мал ҡараусы булған. Тәжрибәле малсы булараҡ, ул ҡышҡа нисек әҙерләнһәң, шулай үтәсәген яҡшы белә.

Зоя Русакова: “Таналарҙы яратып,  йылы һүҙ менән ҡулға өйрәтәм.”

Хужалыҡта малсылыҡ тармағындағы ҡатмарлы осорға яуаплы әҙерләнгәндәр. Ферма территорияһында ике ҙур сенаж соҡорон тултырғандар, ҙур запас менән бесән һәм һалам әҙерләгәндәр. Тәүге ҡырауҙан һуң баҫыуҙарҙа ҡалған ҡаты мал аҙыҡтарын килтерәсәктәр.
Быйыл малсылыҡ биналарына капиталь ремонт талап ителмәгән, сөнки комплекс былтыр ғына “500 ферма” программаһы буйынса реконструкцияланған булған. Косметик ремонт эшләнгән, ағартҡандар, дезинфекция эшләгәндәр. Быҙау аҙбарында пластик тәҙрәләр ҡуйғандар. Әле быҙауҙар өсөн өҫтәмә утлыҡсалар эшләйҙәр. Барыһына ла етмәй, сөнки күпләп быҙаулау осоро башланған һәм тыуым күп булыр тигән өмөт бар. Өҫтәүенә, үгеҙҙәрҙе һатыу өсөн һимертергә ҡарар иткәндәр.
“Азат” йәмғиәтенең Новоселка бүлексәһендә көтөүҙе тергеҙеү һәм малдарҙың продуктлылығын арттырыу буйынса комплекслы эш алып барыла. Августа 60-ар баш тыусанан ике төркөм комплектланған. Бер төркөмгә яһалма ҡасырыу эшләнгән. Таналарҙың күпселеге быҙаулаған инде.
Читайте нас: