Бындай ҡапҡа һәм ҡоймалар бер кемдә лә юҡ, сөнки Алик Закиров уларҙы үҙенсәлекле итеп эшләй. Бында таш та, кәртәләр ҙә үҙенсәлекле формалы, сүкеп эшләнгән боландар, тимерҙән яһалған биҙәктәр. Ситендә фонарҙәр яна, барыһы ла күңелгә ятышлы, ғәҙәттәгесә түгел.
Ихаталарында беҙҙе ҡунаҡсыл хужабикә Ләлә Сулпан ҡыҙы менән аҙ һүҙле, баҫалҡы Алик Фәғит улы ҡаршы алды. Улар беҙгә хужа үҙ ҡулы менән эшләгән ишектәрҙе, тәҙрә рамдарын, ишек янында ҡуйыла торған шкафтарҙы күрһәтте. Оҫтаның шоколад төҫөн яратыуын аңланыҡ, бик матур, стилле күренә. Шуларҙың барыһына ла һоҡландым, әммә аптырап ҡалманым. Сөнки быға тиклем бер таныштарымда уның эшен- аш-һыу бүлмәһе гарнитурын күргәйнем. Уның эше ҡала магазиндарында ҡуйылған мебелдән бер нимәһе менән дә айырылмай.
-Мебель эшләүемә байтаҡ инде. Аш-һыу бүлмәһенә гарнитурҙар, компьютер өҫтәлдәре, мөйөштәр, нимә һораһалар, шуны яһайым. Михайловка, Юрматы, Юлдаш ауылдарынан мебелгә заказ бирәләр,- тип һөйләй Алик.