+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2017, 17:28

Яҡты эҙ ҡалдырҙы

М.И. Хановтың ғаиләһе Фёдоровка ауылы, Коммунистик урамы, 17-се йортта йәшәгән. Ул күптән иҫән булмаһа ла, өйөндә башҡалар йәшәһә лә, федоровкалар йорт эргәһенән үткәндә был изгелекле кешене һәм уның балаларын иҫкә ала.

О. П. Пыресева килтергән фотола алғы рәттә: Валентин Ханов, Алексей Пыресев, Виктор Ханов; уларҙың артында Михаил Иванович Ханов ултыра. Артта баҫып торғандарҙың исемдәрен Октябрина Петровна иҫләмәй. Ҡыҙҙарҙың исемдәре генә билдәле: Феня менән Зина, офиц

Михаил Иванович Ханов 19 быуат аҙағында белемле кешеләр ғаиләһендә тыуған. Гимназияны тамамлаған, Ҡазан университетына уҡырға инеп, урмансы белгеслегенә эйә булған.

Университетты тамамлағандан һуң ул Башҡортостанға килгән, һәм уның яңы - урман хужаһы, ғалим- урмансы тормошо башланған.

Уның урмансы булып китеүенә, артабанғы эшмәкәрлегенә илебеҙҙең социаль-иҡтисади һәм сәйәси хәле, тәү сиратта социализм төҙөлөшө йоғонто яһаған.

М.И. Ханов районыбыҙҙа урман хужалығын шул саҡтағы ғилми уңыштар кимәленә ярашлы итеп алып бара башлаған, халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш булдырған. Уҙған быуаттың 1950-60 йылдарында ҡарағай, шыршы, ҡайын ағастары күп ултыртылған. Урмандар ҡараулы булған, малдарға үлән нәҡ файҙалы ваҡытта йыл да сабылып торған.

Михаил Иванович питомник булдырған, унда киләсәк урмандарыбыҙ өсөн үҫентеләр үҫтерә башлағандар. Урман үҫтереү, урмандан файҙаланыу тармағындағы эштәре әле булһа ҙур әһәмиәткә эйә. Ул Фёдоровка районының урман байлығына ҙур әһәмиәт биргән, һаҡларға, урмандарҙы, болондарҙы дөрөҫ тәрбиәләргә, уларҙы һүҙҙә генә түгел, эштә лә рациональ файҙаланырға саҡырған.

Михаил Иванович район халҡының ихаталарында алмағас, груша, сейә, ҡарағат, сәтләүек ағастарын үҫтереү буйынса эште башлаусы булған.

Оҙаҡ йылдар ул метеорология һәм фенология күҙәтеүҙәрен алып барған, ғилми әҙәбиәтте рус телендә генә түгел, француз телендә лә күп уҡыған. Француз телен бик яҡшы белгән.

Ҡатыны Вера Евдокимова менән ике ул үҫтергәндәр. Улары талантлы хирургтар булып киткән. Валентин Михайлович-отставкалағы медицина хеҙмәте полковнигы, Мәскәүҙә йәшәй. Виктор Михайлович (яҡты донъяла юҡ инде) бөтә ғүмере буйы Өфө республика дауаханаһында эшләгән.

Күпселек федоровкалар был белемле, зыялы, районыбыҙ тормошонда яҡты эҙ ҡалдырған кешеләрҙе йылылыҡ менән иҫкә ала. Артабан М.И. Хановтың эшен И.И. Царев, А.И. Митюков, Р.М. Рәхимов дауам иткән, әле И.М. Рогожа, В.А. Митюков районыбыҙ урмандары шаулаһын, болондары йәшеллеккә күмелһен өсөн бөтә көсөн һала.

В. САВЕЛЬЕВА,

Фёдоровка ауылы.
Читайте нас: