-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Октябрь 2017, 16:37

Продукция сифаты – тәү сиратта

Ҡулланыусылар кооперацияһы хеҙмәткәрҙәренең Башҡортостан ҡулланыусылар союзы рәйесе М.Р. Абдуллин ҡатнашлығындағы Республика көньяҡ зональ кәңәшмәһе уҙған аҙнаның әһәмиәтле ваҡиғаһы булды. Районыбыҙға республиканың көньяҡ зонаһынан 12 ҡала һәм райондан ҡулланыусылар кооперацияһы вәкилдәре килде.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Эшлекле мөхиттә ағымдағы йылдың туғыҙ айындағы финанс-хужалыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Форум барышында күп проблемалар хәл ителде, кондитер изделиелары, икмәк бешереү мәсьәләләре тураһында һүҙ барҙы. Ҡулланыусылар йәмғиәтенең иң мөһим бурысы- халыҡты сифатлы тауарҙар менән тәьмин итеү һәм хеҙмәтләндереү икәнлеген онотмаҫҡа кәрәклеге атап үтелде.

Ҡунаҡтарға “Гермес” ҡулланыусылар йәмғиәтенең (Федоровка) ашханаһында урынлаштырылған бәлештәр һәм башҡа ҡамыр ризыҡтары күргәҙмәһе бик оҡшаны. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ҡулланыусылар йәмғиәтенең сауҙа һәм производство объекттарында- кондитер, билмән һәм ыҫлау цехтарында, буфетта, “Эконом” магазинында булды, шулай уҡ икмәк бешереү цехын һәм әҙерләүҙәр контораһын ҡараны. Фёдоровка 1-се мәктәбендә туҡланыуҙы ойоштороу эше менән таныштылар.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: