+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Октябрь 2017, 16:33

Һәр кемде борсой

Һорау: “Нурлы” сауҙа-сервис комплексы эргәһендә мебель машинаһы һәр саҡ йәйәүлеләрҙең юлын ҡаплай. Бынан тыш, бинаның төньяҡ яғынан үткән автомобилдәрҙең тәгәрмәстәренән йәйәүлеләргә бысраҡ сәсрәй һәм ҡырсынташ оса. Машиналар туҡталҡаһына ҡасан асфальт түшәләсәк?

Һорау: “Нурлы” сауҙа-сервис комплексы эргәһендә мебель машинаһы һәр саҡ йәйәүлеләрҙең юлын ҡаплай. Бынан тыш, бинаның төньяҡ яғынан үткән автомобилдәрҙең тәгәрмәстәренән йәйәүлеләргә бысраҡ сәсрәй һәм ҡырсынташ оса. Машиналар туҡталҡаһына ҡасан асфальт түшәләсәк?

“Нурлы” сауҙа-комплексы хужаһы Ф.Р. Йосопова яуап бирә:

-Тауар бушатыусы машиналар йәйәүлеләрҙең зонаһында 10-15 минуттан артыҡ тормай. Мебель тейәп килтергәндә йәиһә бушатҡанда водителгә был участкала 30 минуттан артыҡ торорға рөхсәт итмәйбеҙ. Һатып алыусыларға ла, йәйәүлеләргә лә ҡамасаулыҡ тыуҙырмаҫҡа тырышабыҙ. Бысраҡ һәм тәгәрмәстән осҡан ваҡ таштарға килгәндә, туҡталҡаға киләһе йылда асфальт түшәү планлаштырылған.


Һорау: “Уют” магазины яҡлап светофор эргәһендәге йәйәүлеләр юлын томалап ҡуйҙылар. Ҡасан нормаль үтеү юлы буласаҡ?

Федоровка ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Е.В. Тыров яуап бирә:

-“Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең “Реаль эштәр” проектына ярашлы, тупраҡ һалып, йәйәүлеләр юлын яңы күтәрелгән ҡойма нигеҙе менән тигеҙләү планлаштырыла. Аҫҡы яғынан баҫҡыс ҡуйыласаҡ. “Уңайлы мөхит” программаһын бойомға ашырыу сиктәрендә пандус һәм күҙҙәре насар күргәндәр өсөн тауышлы сигнал менән светофор ҡуйырға планлаштырабыҙ. Был эштәрҙе тамамлау 2018 йылға планлаштырылған.

Йәйәүлеләргә уңайлы шарттар булдырыу өсөн был участкалағы эштәр яҡын арала дауам ителәсәк.


Һорау: Фёдоровка ауылы, Коммунистик урамы буйынса бер нисә урында асфальт япмаһын соҡонолар- “яһалма ҡаршылыҡ һыҙаттары” эшләнеләр. Юлды ҡасан тигеҙләйәсәктәр?

Төҙөлөш бүлеге начальнигы Р.З. Латипов яуап бирә:

-“Газстройинвест” йәмғиәте алып барған төҙөлөш объекттары әлегә ҡабул ителмәгән. Боҙолған юл участкаларын улар ремонтларға тейеш. Яҡын арала был мәсьәлә хәл ителәсәк.

Читайте нас: