+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Октябрь 2017, 12:09

Эҙемтәләрҙе бөтөрөүгә ҡарағанда, ауырыуға юл ҡуймау яҡшыраҡ

Был йыл республикабыҙ малсылығы өсөн ҡатмарлы булды. Ике йоғошло ауырыу- Йәрмәкәй районында- нодуляр дерматит һәм Туймазы һәм Бүздәк райондарында күптән билдәле, ҡурҡыныс бешмә ауырыуы теркәлде.

Был йыл республикабыҙ малсылығы өсөн ҡатмарлы булды. Ике йоғошло ауырыу- Йәрмәкәй районында- нодуляр дерматит һәм Туймазы һәм Бүздәк райондарында күптән билдәле, ҡурҡыныс бешмә ауырыуы теркәлде.

Бешмә — кеше һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы, уға интоксикация, биҙгәк тотоу, ауыҙ һәм танау ҡыуышлыҡтарының лайлалы тиресәһендә, тирелә афтылар һәм эрозиялар барлыҡҡа килеү хас.

Вирус тышҡы мөхиткә афтылар шыйыҡлығы, һөт, бәүел, тиҙәк менән эләгә, шулай уҡ һуйылған ауырыу мал итендә һәм ҡанында була. Алиментар, аэроген һәм аралашыу юлы менән ауыҙ һәм танау ҡыуышлығының лайлалы тиресәһе, тире аша йоғоуы мөмкин. Вирус эпителий күҙәнәктәренә үтеп инә, үрсей, күҙәнәк элементтарын тарҡата, был ҡыуыҡсалар ҡыуышлығында экссудат йыйылыуға (афтылар), эрозияға, икенсел бактериаль инфекция үҫешенә килтерә.

Инкубация осоро 1—7 тәүлек (һирәгерәк 3 аҙна) дауам итә. Хайуандарҙа төп билдәләре: тән температураһы күтәрелеү, күп шайыҡ ағыу, афтылар барлыҡҡа килеү, һөт продуктлылығы кәмеү, аҡһаҡлыҡ, ашҡаҙан-эсәк юлдары эшмәкәрлеге боҙолоу һ.б. Ауырыу яман формала үткән осраҡта хайуандарҙың күпләп үлеүе күҙәтелә.

Районыбыҙ территорияһы ауырыу сығанаҡтарынан алыҫта урынлашҡан, шуға ла малдарға бешмәнән вакцина эшләнмәйәсәк. Бынан тыш, бешмә ауырыуынан вакцина эшләткән малға билдәле бер сик ҡуйыла, уны һатыуға ҡамасаулай.

Республикалағы бешмә ауырыуының килеп сығыуын былай фаразларға мөмкин: ике намыҫһыҙ кеше осрашҡан, береһе ауырыу мал һатҡан, икенсеһе уны арзанға һатып алған. Икеһе лә килемдән башҡа бер нимә хаҡында ла уйламаған. Республикаға килтерелгән зыян тиҫтәләгән миллион һум тәшкил итә, был һан көндән-көн арта. Бер телефон шылтыратыуы менән генә был бәләне булдырмаҫҡа мөмкин ине бит.

Районыбыҙҙың ветеринария хеҙмәте ауырыу билдәләренең булыу-булмауын көн дә тикшерә, мал хужалары менән аңғартыу эше алып бара, малдар һатып алыуҙы күҙәтә, әммә районыбыҙҙың эпизоотик именлеген мал хужалары менән берлектә генә тәьмин итергә мөмкин. Ветеринария хеҙмәткәре 7000 ихаталағы хәлде контролдә тота алмай. Атап үтелгәндәргә һәм Фёдоровка районы территорияһына бешмә ауырыуын индереүҙе киҫәтеү өсөн, мал хужалары тейеш:

1. малдарҙы аҫрау ҡағиҙәләрен һәм зоогигиена нормаһы талаптарын үтәргә, имен территорияларҙан ғына мал аҙығы һатып алырға һәм ашатыр алдынан термик эшкәртергә, хужалыҡ объекттары территорияһына инеү урындарын санитария пропускылары һәм дезинфекцион барьерҙар (келәмдәр) менән йыһазландырырға, шулай уҡ уларҙы эш хәлендә һаҡларға;

2.малдарҙы аҫрау, мал аҙығын һаҡлау һәм әҙерләү урындарын, шулай уҡ хужалыҡ территорияһына транспорт сараларын индергәндә даими дезинфекцияларға;

3.дератизациялауҙы һәм дезинсекциялауҙы системалы үткәрергә;

4.хужалыҡтарҙа ябыҡ типта эшләүҙе тәьмин итергә, сит кешеләрҙе малдар аҫралған урынға индермәҫкә, территорияға эшкәртелмәгән инвентарҙарҙы һәм махсус эшкәртелмәгән транспортты индереүҙе тыйырға;

5.ветеринария оҙатыуы документтарынан тыш санкцияланмаған сауҙа урындарында мал һәм мал продукцияһы һатып алыуҙы тыйырға;

6.яңы һатып алынған малдарҙы ветеринария органдарында һәм ауыл хакимиәтендә теркәргә һәм көтөүгә малды сығарғанда мотлаҡ карантинлаштырырға;

7.малды һуйыр алдынан тикшерергә һәм ветеринария белгесе тарафынан иткә һәм мал продукттарына ветеринария-санитария экспертизаһы үткәрергә.

Әгәр малығыҙ тиҙ арала ауырыһа һәм һеҙ бының сәбәбен асыҡлай алмайһығыҙ икән, кисекмәҫтән ветеринария хеҙмәтенә мөрәжәғәт итегеҙ. Малдың үлеүен көтмәгеҙ, ә мәжбүри һуйыу тураһындағы ҡарарҙы ветеринария табибы ғына ҡабул итә ала. Бөтә һорауҙарығыҙ буйынса ла 2-71-44, 2-71-42 телефондары буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.


Ю. БАРЫШНИКОВ,

ББ Фёдоровка район ветеринария станцияһының эпизоотик

отряды начальнигы.
Читайте нас: