+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Октябрь 2017, 12:06

Фәһемле хәл

Халҡыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышына бөтә көсөн һалып, ауырлыҡтар, юғалтыуҙар кисереп, фашисты еңеп сыҡты.

Сара Әбделмәнова:  “Мин дә һеҙҙең алда бурысымды  үтәнем”.
Сара Әбделмәнова: “Мин дә һеҙҙең алда бурысымды үтәнем”.
Халҡыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышына бөтә көсөн һалып, ауырлыҡтар, юғалтыуҙар кисереп, фашисты еңеп сыҡты.

Ваҡыт үтә, әммә һуғыш балаларының, яу ҡырҙарында ятып ҡалған һалдаттарҙың ейәндәренең, бүләләренең хәтирәләре ярҙамында башҡаса бындай афәттәр булмаһын өсөн үҙ ғүмерен һалғандарҙы хәтерҙә һаҡлаясаҡбыҙ.

Иң ҡәҙерле кешеләре- атаһы һәм ике ағаһы хаҡындағы хәтирәләре менән Ҡораласыҡ ауылынан пенсионер Сара Зиннәтулла ҡыҙы Әбделмәнова уртаҡлашты.

-Ҡазанда йәшәгән ейәнем ҡарт олатаһын ерләгән урынды эҙләп тапты. Был хәбәрҙән миңә ҡанаттар үҫкән һымаҡ булды, шунда уҡ атайымдың һуңғы мәртәбә һулыш алған ерендә булып, доғалар уҡып ҡайтҡым килде. Балаларым алып та барыр ине, юл ауырлыҡтарын күтәрә алмам, тип ҡурҡам. Шулай ҙа тик ултырмаҫҡа булдыҡ: атайымдың һәм ағайҙарымдың төҫлө фотоларын эшләтеп, ерләнгән урындарының адресын яҙып, ауылдың мәктәп музейына тапшырырға ҡарар ҡылдыҡ.

Фотонан атайым Зиннәтулла Ғөбәйҙулла улы менән ағайым Фәрүәз ҡарап тора. - Сара Зиннәтулла ҡыҙы туғандарының һарғайып бөткән фотоларын ҡулына алып, дауам итте:

-Атайым белемле кеше ине. Белемһеҙлекте бөтөрөү осоронда ауылда белем биргән. 1941 йылда фронтҡа киткән, 1942 йылда уҡ ҡара ҡағыҙы килгән. Ағайҙарым Фәрүәз менән Ғәмбәрҙе лә бер-бер арт-лы һуғышҡа алғандар. Береһенә лә тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтырға насип булмаған. Ошо йылдар дауамында: “Ҡайҙа ерләнгәндәр һуң?” тигән һорау миңә тынғы бирмәне. Телевизорҙан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы хәрбиҙәрҙең ҡалдыҡтарын тапҡан эҙләнеүселәрҙе күрһәткәндә, текләп ҡарайым. Ошо темаларға гәзит- журналдар күп уҡыным, бәлки, туғандарымдың, таныштарымдың исемдәре килеп сығыр, тип уйланым... Хәҙер балаларыма, Хоҙай Тәғәләгә был хәбәрҙәре өсөн рәхмәтлемен, тынысландым.

Өлкән йәштәге ҡатын алдындағы өҫтәлдә ваҡыттан һарғайған фотолар, гәзиттәрҙән киҫеп алынған мәҡәләләр ята. Уларҙы ҙур тулҡынланыу менән ҡулына алып, һыпыра, йылмайып ҡуя ул. Яҡындарына, улар хаҡындағы иҫтәлегенә, ғаиләһенең тарихына йылы ҡарашы, быны балаларына биреү теләге- был 85 йәшлек сал сәсле ҡатынға ҡарата ҙур ихтирам хисе уята. Сара Зиннәтулла ҡыҙы һымаҡ кешеләр арҡаһында яу ҡырҙарында һәләк булған миллионлаған яугир тураһындағы иҫтәлектәр мәңге йөрәктәрҙә һаҡланасаҡ. Рәхмәт һеҙгә, кешеләр!


Гәрәй ХӘЛИТОВ.


Автор фотоһы.

Читайте нас: