+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Октябрь 2017, 12:08

Моряктар иҫтәлегенә

Өфөлә Еңеү паркында Башҡортостан моряктарына бағышланған мемориаль комплекс асылды. Был әһәмиәтле сараға районыбыҙҙан да ветеран моряктар- запастағы икенсе ранг капитаны Т.И. Әхмәров һәм БР Диңгеҙ йыйылышының Федоровка филиалы рәйесе, запастағы өлкән мичман В.А. Веселов, запастағы мичман В.В. Веселов саҡырылғайны.

Өфөлә Еңеү паркында Башҡортостан моряктарына бағышланған мемориаль комплекс асылды. Был әһәмиәтле сараға районыбыҙҙан да ветеран моряктар- запастағы икенсе ранг капитаны Т.И. Әхмәров һәм БР Диңгеҙ йыйылышының Федоровка филиалы рәйесе, запастағы өлкән мичман В.А. Веселов, запастағы мичман В.В. Веселов саҡырылғайны.

Комплекстың асылыуы БР Хәрби комиссариаты һәм Рәсәй флоты ойошторолоуының 100 йыллығы айҡанлы асылды. Нәҡ ошо көндә, 20 октябрҙә, 321 йыл элек, Петр I тәҡдиме буйынса Боярҙар Думаһы “Морским судам быть” ҡарарын ҡабул иткән. Был Рәсәй флоты тураһында тәүге закон һәм уға нигеҙ һалыныуҙың рәсми датаһы булып тора.

Хәҙер Өфөлә тағы бер иҫтәлекле урын барлыҡҡа килде. Комплекс өс элементтан тора: 671-се проекттың һыу аҫты кәмәһе рубкаһы, унда һәләк булған моряктарҙың исемдәре яҙылған (21 тонналы кәмә рубкаһы Мурманск өлкәһендә һатып алынған һәм ҡайтартылған). Әсә скульптураһы- тоғролоҡ һәм мөхәббәт, А “Антей” 949 проектының “Курск” К-141 АПРК һыу аҫты кәмәһенең һәләк булыуына бағышланған өмөт һәм ҡайғы символы, диңгеҙ яры эргәһендәге ҡаяла улын, ирен көткән әсәне, ҡатынды, һөйөклө ҡыҙҙы кәүҙәләндерә, шулай уҡ Рәсәй флотын төҙөүсе дүрт адмирал- Петр I, Федор Ушаков, Павел Нахимов һәм вице-адмирал Степан Макаров төшөрөлгән барельеф. Барельевтар авторы- скульптор Әлфиә Ахунова.

Мемориалды асыу тантанаһында илебеҙҙең хәрби көстәре адмиралдары Башҡортостанда тыуған Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройҙары, РФ Хәрби көстәр һәм Хәрби-диңгеҙ флоты ветерандары, БР Диңгеҙ йыйылышы, ветерандар, йәмәғәт ойошмалары ағзалары, депутаттар, предприятие етәкселәре, дин әһелдәре, хәрби- патриотик клубтарҙа тәрбиәләнеүселәр, мәктәп уҡыусылары һәм студенттар ҡатнашты.

Киләсәктә был үҙенсәлекле комплекс-ҡоролманы районыбыҙ уҡыусылары менән барып күрергә планлаштырабыҙ.


В. ВЕСЕЛОВ,

БР Диңгеҙ йыйылышының Фёдоровка филилалы рәйесе, запастағы

өлкән мичман.
Читайте нас: