+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Октябрь 2017, 12:07

Һәр саҡ беренсе булған

1958 йылғы фотола - “Канаш” колхозы колхозсылары ярышта еңеүҙәре өсөн бүләкләнгән күсмә Ҡыҙыл байраҡ менән.

1958 йылғы фотола - “Канаш” колхозы колхозсылары ярышта еңеүҙәре өсөн бүләкләнгән күсмә Ҡыҙыл байраҡ менән.

Тәүге рәттә (һулдан уңға) ферма мөдире Данилов Максим Леонтьевич, колхоз рәйесе Митюков Алексей Афанасьевич, мал ҡараусы Ипполит Юдин. Артта ферма мөдире Татьяна Ивановна Алексеева байраҡ тотоп тора. Ошо эшһөйәр ҡатын тураһында гәзит биттәрендә яҙып үткем килә.

Ул 1927 йылдың 23 октябрендә тыуған- ошо көндәрҙә уға 90 йәш тула. Татьяна 6 синыф тамамлаған, 14 йәшлек ҡыҙға артабан белем алырға һуғыш мөмкинлек бирмәгән. Ул һуғыш йылдарын да, һуғыштан һуңғы ауыр замандарҙы ла яҡшы хәтерләй. Нисек картуф, арпа, тары, киндер сәскәндәрен иҫләй. Эйе-эйе, киндер. Ул саҡта наркотик тураһында ишеткәндәре лә, күргәндәре лә булмаған. Уны орлоғонан тәмле май алыу өсөн сәскәндәр. Һабағынан сүс еп алғандар, шунан кейем өсөн туҡыма туҡығандар. Ҡулына көрәк тота алған һәр кем баҫыуға сығып, ҡаҙған һәм сәскән. Һыйыр егеп тырматҡандар, ҡул менән утағандар. Әлеге һымаҡ, туйғансы ашарлыҡ икмәк булмаған.

Картуфты тышын таҙартмайынса ашҡа һалғандар- шулай экономлыраҡ, туҡлыҡлыраҡ булған. Үлән-төп ризыҡ инде. Баҫыуҙа бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғыға тиклем эшләгәндәр. Ҡышҡы кистәрҙә иләгәндәр, туҡығандар һәм бәйләгәндәр.

Тырышлығы өсөн ул “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы намыҫлы хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Ҡотлау тураһындағы Указға 1945 йылдың 6 июнендә ҡул ҡуйылһа ла, миҙалды 1947 йылда ғына тапшырғандар.

Һуғыштан һуң Татьяна Ивановна һауынсы булып эшләгән. Ул саҡта колхозда 17 һыйыр ғына ҡалған, ҡалғандарын һалдаттарға ит өсөн һуйғандар. Һауым да күп булмаған. Әммә колхозсылар- малсылар һәм баҫыу эшсәндәре башҡа хужалыҡтар менән ярышҡан, һауымды арттырырға, күберәк уңыш алырға тырышҡан.

1950 йылдан һуң йәшәүе еңеләйә башлаған. Колхоз рәйесе Максим Дементьев эш көнө өсөн иген биргән, шунан колхозсылар икмәк һала башлаған, тормош та яйланған.

1958 йылда Татьяна Алексеевна ярышта еңеүсе булараҡ, район делегацияһы составында Мәскәүҙә ВДНХ-ла булған, күргәҙмәлә ҡатнашҡан. Ауылда нисек оҙатыуҙарын, иҫәпсе Кутонова Клавдия Григорьевнаның кассанан Мәскәүгә барыу өсөн аҡса биргәнен яҡшы хәтерләй. Күргәҙмә осрашыуҙарға байлығы, экспонаттарҙың төрлөлөгө менән иҫендә һалған.

Һуңыраҡ СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Т.И. Алексеева “Почет билдәһе” ордены менән бүләкләнгән.

1959 йылда колхозға бәлә килгән- һыйырҙар бруцеллез менән ауырыған. Һауынсы эшһеҙ ҡалмаған. Новоселкаға яҡындағы ауылдар- Веселовканан, Динестән, Кирюшкиндан айыртыу өсөн һөт ташығандар. Ҡаймаҡ үткәргәндәр, май яҙғандар.

Шунан Татьяна Ивановна йәшелсәселек бригадаһы бригадиры булып киткән, сөгөлдөр утағандар, колхоз баҡсаһында һуған, кәбеҫтә, кишер, картуф, ҡарағат үҫтергәндәр. Ҡышын фермала һарыҡ ҡараған ул.

Уны бер нисә мәртәбә район Советы депутаты итеп һайлағандар. 1982 йылда ул “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнгән, Еңеү көнө айҡанлы уның наградалары бихисап.

Фотолағы был байраҡ тотҡан йәш ҡатынға ҡарайым да, уның ғүмере буйы әйҙәүсе, һәр саҡ беренселәр рәтендә булыуын аңлайым.

К. ЧЕКМАСОВА,

Новоселка ауылының ветерандар советы рәйесе.
Читайте нас: