Иван Дегтяревтың атаһы ауыл хужалығында ғүмере буйы водитель булып эшләгән. Өлкән йәштә булһа ла (тиҙҙән уға 90 йәш) Дмитрий Осипович юлда оҫта йөрөй. Был һөнәргә һөйөү улына ла күскән.
-Кескенәнән руль артына ултырырға хыялландым, юлда булырға яратам, шуға ла мәктәпте тамамлау менән водитель булырға ҡарар иттем, автомәктәптә уҡып сығып, “права” алдым,- тип аңлатты Иван Дмитриевич.
Әңгәмәләшсем әле булһа, 40 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, тәүге автомобиле- ГАЗ-93 машинаһын яҡшы хәтерләй. Тәжрибәһе булмаған йәш егетте Михайловка ауылы “Новая жизнь” колхозына водитель итеп эшкә алғандар. Ул бик ҡыуанған, шул уҡ ваҡытта ҙур көс һалырға кәрәклеген яҡшы аңлаған. Эшләй башлағандағы ауырлыҡтарҙы ла еңел үткән. Иван Дмитриевичҡа хужалыҡта ауыр йөк ташыу бурысы йөкләтелгән, ул һәр ваҡыт уңыш йыйыуҙа, мал аҙығы әҙерләүҙә ҡатнашҡан, алыҫ рейстарға йөрөгән. Тәжрибәле водителгә артабан ЗИЛ, КамАЗ машиналары беркетелгән. Ул ҙур тырышлыҡ менән уларҙың техник торошон хәстәрләгән, тышҡы матурлығын ҡайғыртҡан. Эшһөйәр һәм яуаплы Иван Дмитриевич коллективта ихтирам яулаған, етәкселек тә уға рәхмәтле булған. Водитель күп мәртәбә Почет грамоталары менән бүләкләнгән.
И.Д. Дегтярев хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, эшләүен дауам итә. Ул- ирекле янғын командаһы составындағы янғын һүндереү машинаһы водителе. Михайловка ауыл биләмәһе башлығы В.М. Аҡсурин унан ҡәнәғәт, ышаныслы хеҙмәткәр, ти. Тәжрибәле водителдең техникаһы һәр саҡ яҡшы торошта. Янғын командаһы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә оперативлыҡ ҡына күрһәтмәй, йыл да янғын- ғәмәли спорт буйынса район ярыштарында уңышлы сығыш яһай.