-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Октябрь 2017, 12:12

«Яҙылайыҡ, рәхәтләнеп уҡыйыҡ!»

- Беҙ район гәзитен яратабыҙ, уны даими уҡып барабыҙ. Уның менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Быйыл да мәктәп коллективы менән “Ашҡаҙар таңдары”на бер йылға яҙылырға булдыҡ, - тине барыһы исеменән Батыр мәктәбе директоры Эльза Мирғәли ҡыҙы Аҡсурина.

Ауылда гәзитте башҡорт, татар, рус телдәрендә алдыралар. “Ашҡаҙар таңдары” гәзите биттәрендә нимәләр тураһында уҡырға теләр инегеҙ?” –тигән һорауыбыҙға:

-Гәзит уҡыусыларҙың ижадынан ҡыҫҡа ғына хикәйәләр, шиғырҙар күрге килә. Кешеләрҙең үҙ талантын күрһәтеү теләге бар бит. Өлгөлө ғаиләләр, яҡшы кешеләр тураһында, тәрбиә темаларына яҙыуығыҙҙы дауам итегеҙ, - тигән теләк белдерҙеләр.

Гәзитебеҙҙе бөтә коллектив-уҡытыусылар ҙа, ашнаҡсылар ҙа, техник персонал да - яҙҙырып уҡығаны, уға ярҙамға килергә әҙер булғандары өсөн рәхмәтлебеҙ. Сөнки ҙур булмаған, әммә татыу коллективтарҙың нәҡ шундай ғәмәлдәрендә илһөйәрлек тойғоһо сағыла ла инде.

Гәрәй ХӘЛИТОВ.

Автор фотоһы.

Читайте нас: