+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Октябрь 2017, 17:20

Гәзит - күңел өсөн, бүләк - хужалыҡ өсөн

Планлаштырыуыбыҙ буйынса, “Ашҡаҙар таңдары” гәзите редакцияһы 27 октябрҙә “Аҙна һайын приз” акцияһы буйынса гәзиткә яҙылыусылар араһында приз уйнатты.

Планлаштырыуыбыҙ буйынса, “Ашҡаҙар таңдары” гәзите редакцияһы 27 октябрҙә “Аҙна һайын приз” акцияһы буйынса гәзиткә яҙылыусылар араһында приз уйнатты.

Был көндә 300 гәзиткә яҙылыусының квитанцияһы уйында ҡатнашты. Был бүләктәргә (салат һауыттары, көрөшкәләр, стакандар һәм бәләкәй сәйнүк) даими гәзит уҡыусыларыбыҙ Фирҙәүес Дәүләтбирҙина (Бала Сытырман), Гөлфиә Максимова (Өсбүләк), Рәфиға Ҡотлобулатова (Оло Сытырман), Надежда Чавкина менән Гөлнур Ниғмәтуллина (Фёдоровканан) эйә булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар сарала булманы, шуға ла был турала гәзитебеҙ аша хәбәр итәбеҙ һәм бүләктәрен редакцияға килеп алыуҙарын һорайбыҙ. Үҙегеҙ менән паспортығыҙ, СНИЛС һәм ИНН булырға тейеш. Гөлнур Йәүҙәт ҡыҙына (фотола уңда) был шатлыҡлы хәбәрҙе телефондан шылтыратып хәбәр иттек:

-Район гәзите үткәргән приздар уйнатыуҙа тәүге мәртәбә ҡатнашам. Бүләк отоуымды шылтыратып әйткәс, ҡыуандым, тәүҙә ышанманым, берәйһе менән бутағандарҙыр, тип уйланым. Бүләк өсөн ҙур рәхмәт,- тине даими гәзит уҡыусыбыҙ Гөлнур Йәүҙәт ҡыҙы.

Киләһе приздар уйнатыу 3 һәм 10 ноябрҙә редакция фойеһында 11.00 сәғәттә уҙа. Гәзитебеҙгә яҙылығыҙ, квитанцияларығыҙҙы алып килегеҙ, конкурстарҙа ҡатнашығыҙ!

Зилә ФӘЙЗУЛЛИНА.

Римма ӘҘЕҺӘМОВА фотоһы.
Читайте нас: