+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2017, 13:35

“Ашҡаҙар таңдары”- районыбыҙ тормошо көҙгөһө

Ни өсөн район гәзитенең тиражы кәмей? Мәҫәлән, мин ниндәйҙер сәбәптәр буйынса онотоп, гәзиткә яҙылмаһам, үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәйем, ҡулға эш бармай. Үҙеңде ғәйепле кешегә һанайһың.

Ни өсөн район гәзитенең тиражы кәмей? Мәҫәлән, мин ниндәйҙер сәбәптәр буйынса онотоп, гәзиткә яҙылмаһам, үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәйем, ҡулға эш бармай. Үҙеңде ғәйепле кешегә һанайһың.

Ә бит ҡайһы берәүҙәр ғүмер буйы яҙҙырмай. Нисек район халҡының көнкүрешен, хәл-ваҡиғаларҙы белмәй, өнөндәге айыу һымаҡ йәшәп була һуң?

Беҙ-район кешеләре, берҙәм ғаилә. Ауыл эшсәндәренең уңыштарына шатланыбыҙ. Кире яҡтарын уйлайбыҙ, табиптарҙың төрлө ауырыуҙарҙан нисек дауаланырға, үҙеңде нисек тоторға тигән тәҡдимдәрен уҡыйбыҙ, мәҙәниәт, спорт яңылыҡтары менән танышабыҙ, кемдәрҙең юбилейын, кемдәрҙең никах туйын үткәреүен уҡып шатланыбыҙ, кемдеңдер яҡты донъянан киткәнен белеп ҡайғырабыҙ. Рекламалар уҡып мал-тыуар, кәрәк-яраҡтар һатып алабыҙ һ.б.

Ғөмүмән, беҙҙең яратҡан район гәзитебеҙ рухи ҙа, матди ҙа байлыҡ ул, уны яҙҙырмаған- алдырмаған кешеләр рухи байлыҡтан мәхрүм булып нисек йәшәй икән, тигән һорау тыуа. Элек бит аслыҡ-яланғаслыҡ замандарында ла һәр бер ғаилә район гәзитен генә түгел, республика баҫмаларын да алдырған.

Уйлап ҡараһаң, беҙ хәҙер аслыҡ заманында йәшәмәйбеҙ, өҫтәл тулы ризыҡ, һәр йортта тиерлек еңел машина, берәү генә лә түгел. Ихата тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт, ә район гәзитенә, ҡиммәт, тип яҙылмайҙар. Сөнки ундай кешеләр аҡса ҡолона әйләнгәндәр. Ә бит был донъяла барыһы ла тороп ҡала, теге донъяға алып китеп булмай. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡайһы бер ойошмаларҙа, мәктәптәрҙә коллектив менән бер йылға яҙылалар икән, уларға афарин, тип кенә әйтәһе ҡала.

Ғөмүмән Юлдаш, Батыр, Яңы Яуыш, Оло Сытырман, Һәйет ауылдары халҡы һәр яҡтан өлгө булып тора, уларға иҫәнлек-һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләп ҡалам, ә әйтелмәй ҡалғандар миңә үпкәләмәһен.

Ә. КИНЙӘБАЕВ,

Бала Сытырман ауылы хәбәрсеһе.


Читайте нас: