Йыш ҡына беҙ тышта йә эҫе, йә һалҡын тип ялыу итергә яратабыҙ. Мәҫәлән, Алевтина Пузырникова һымаҡ почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәре һауа торошона һылтанмай, улар теләһә ниндәй көндә лә ауыл халҡына журналдар, гәзиттәр таратырға ашыға.
Был эштә ике йыл элек кенә эшләй башлауына ҡарамаҫтан, почта бүлексәһе начальнигы Оксана Фёдоровна Осипова унан бик ҡәнәғәт. “Тырыш, намыҫлы хеҙмәткәр. Почтаны, һалым квитанцияларын кешеләргә ваҡытында тарата”,- тип маҡтай.
Тәнәй, Орловка ауылдарында дөйөм план буйынса “Ашҡаҙар таңдары” гәзитенә 86 кеше яҙылырға тейеш. Бөгөнгә Алевтина Исаевна 50 кешене яҙҙырған да инде. Ул кешеләр менән уртаҡ тел таба белә, шуға ла пландың үтәлерендә бер икеләнеү ҙә юҡ- матбуғат кампанияһы дауам итә бит.
Гәзит таратҡан ваҡытында Алевтина Исаевнаны фотоға төшөрөп һәм аралашып өлгөрҙөк. “Ауыл халҡына район гәзитен таратып йөрөйөм. Гәзиткә яҙылыусылар араһында йәштәр бик аҙ. Уларға социаль селтәрҙән ҡарауы уңайлыраҡ, тиҙәр- был заман хөрәфәте. Ә пенсионерҙарға, киреһенсә, гәзитте ҡулға алып, баҫманың еҫен тойоу- үҙе бер ләззәт. Ғөмүмән, район гәзитенә күпселектә пенсионерҙар яҙыла. Уларҙың ваҡиғалар эсендә булғыһы, таныштары хаҡында уҡығыһы килә. Осраҡтан файҙаланып, Зинаида Петровна Филькинаға рәхмәт белдергем килә- ул йыл да биштән дә кәм булмаған баҫмаға яҙыла. Шундайҙар күберәк булһын ине лә бит”,- ти почтальон.