+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2017, 13:43

Беҙҙә фидлот төҙөләсәк

Италияның “Gruppo Cremonini” холдингы ҡарамағындағы “Агро Һаҡмар” Ырымбур предприятиеһы Башҡортостанда мал һимертеү комплекстарын (фидлоттар) проектлай башлаясаҡ.

Италияның “Gruppo Cremonini” холдингы ҡарамағындағы “Агро Һаҡмар” Ырымбур предприятиеһы Башҡортостанда мал һимертеү комплекстарын (фидлоттар) проектлай башлаясаҡ. “Кремонини төркөмө”- һыйыр малы итен етештереүсе һәм эшкәртеүсе ойошма, уның халыҡ-ара проекттары Европала, Рәсәйҙә, Африкала бойомға ашырыла. БР Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, әле Фёдоровка районында ер бүлеү процедураһы бара.

Ауыл хужалығы министрлығында рөхсәт 2018 йылдың II кварталында алынасаҡ, тип иҫәпләйҙәр, шул ваҡытта уҡ республика Хөкүмәте һәм инвестор вәкиле араһында инвестицион килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. 2018 йылдың III кварталында йыл ярым дауам итәсәк төҙөлөш башланырға тейеш. Тәүге өс мең һыйыр малы 2020 йылдың аҙағында һатыла башлаясаҡ, тип планлаш-тырыла.

Шулай уҡ өс мең баш һыйыр малы һыйҙырышлы икенсе фидлотты Бишбүләк районында төҙөү мөмкинлеге хаҡында ла һүҙ бара. Холдингтың пландарында республикала йылына 21 мең һыйыр малы үҫтереү, шуға ла Ауыл хужалығы министрлығы инвестор өсөн йәнә биш майҙансыҡ эҙләй. Малдар “Оренбив” (“Кремонини төркөмө”-“Inalca” компанияһыныҡы) Ырымбур һуғым предприятиеһына тапшырыласаҡ.

“Башинформ”

мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: