+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2017, 13:37

Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ

4 ноябрҙә бөтә ил Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләй. Байрам алдынан гәзит уҡыусыларыбыҙҙан уның әһәмиәте тураһында һорарға булдыҡ. Яуаптарын тәҡдим итәбеҙ:

4 ноябрҙә бөтә ил Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләй. Байрам алдынан гәзит уҡыусыларыбыҙҙан уның әһәмиәте тураһында һорарға булдыҡ. Яуаптарын тәҡдим итәбеҙ:

Сиднева Лариса Петровна, Алешкин мәҙәниәт йорто мөдире:

-Ауылыбыҙҙа кешеләр татыу йәшәй. Ниндәй хәлдә лә берләшергә әҙербеҙ: өмә ойошторорға ла, тантаналы сараларға ла. Минеңсә, бөтөн республикала, Рәсәйҙә шулай булырға тейеш. Халыҡтар берҙәмлеге көнө - йәш байрам. Ваҡытында халыҡтар берләшмәһә, Рәсәй дәүләте булыр инеме икән. Был турала оноторға ярамай.

Виктор Васильевич Кочетовский, Покровка ауыл советы ауыл биләмәһе ҡарамағындағы “Берҙәм Рәсәй” беренсел ойошма секретары:

- Рәсәйҙең төп байрамы. Ул Мәскәүҙе Польша баҫҡынсыларынан азат итеүгә бәйле. Тарихыбыҙҙы белергә тейешбеҙ. Күп милләтле илебеҙҙә, республикабыҙҙа һәм районыбыҙҙа беҙ татыу йәшәйбеҙ. Халыҡтар берҙәмлеге көнө халыҡтарҙың берлеген күрһәтә.

Тимербулатова Рәсимә Ғүмәр ҡыҙы, Юрматы мәктәбе директоры:

-Берҙәмлектә көсөбөҙ. Рәсәйҙе сит илдәр нәҡ татыулыҡта төрлө милләт кешеләре йәшәгән өсөн ихтирам итәләр. Байрам өлгөһөндә балаларҙы илһөйәрлек һәм конфессия-ара мөнәсәбәттә тәрбиәләргә мөмкин.

Әсләм Ибәтулла улы Хәбибуллин, Балыҡлы ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы:

-Был көндә “Тыуған ил”, “Берҙәмлек” һәм “Халыҡ” кеүек төшөнсәләр өҫтөнлөклө булып ҡала. Илебеҙ күп милләтле. Берҙәм булғанда беҙҙе бер кем дә еңә алмасағын яҡшы аңларға кәрәк.

Грищенко Раиса Никитична, Гоголевка ауылы, 87 йәш:

-Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләмәйем. Минең яратҡан байрамым- 7 ноябрь. Күмәкләшеп демонстрацияға барғаныбыҙ иҫтә. Кешеләр татыуыраҡ, берҙәмерәк, үҙ-ара тигеҙ ине.

Дарья Семенова, 11 йәш:

-Халыҡтар берҙәмлеге көнө- илебеҙ халҡын берләштереүсе дәүләт байрамы. Рәсәйҙәр бер-береһенә ярҙам итеп, татыу йәшәргә тейеш. Мәҫәлән, беҙҙең синыфта төрлө милләт малайҙары һәм ҡыҙҙары уҡый, беҙ бер-беребеҙҙе ихтирам итәбеҙ. Был байрамды яратам, ул - изгелекле.

Владимир Буркин, 15 йәш:

-Был көндө изгелек, мөхәббәт, яҡындарыңды хәстәрләү байрамы тип һанайым. Ул тарихи яҡтан бик мөһим. Байрам Рәсәй халҡының көсөн, ҡеүәтен күрһәтә. Берҙәм булғанда, беҙҙе бер кем дә еңә алмаясаҡ.


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА әҙерләне.

Читайте нас: