-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2017, 13:45

Эш һөйгәнде ил һөйгән

Икмәк бешереүселәрҙең уны шундай тәмле, хуш еҫле, ҡабартып бешереүе уға һәр саҡ ҡыҙыҡлы булған. Шуға ла мәктәпте тамамлағандан һуң Елена Кузнецова Өфө ҡалаһы механика-технология колледжына уҡырға ингән.

Технолог Елена Кузнецова: “Ауыл халҡын тәмле,  ҡабарып  бешкән  икмәк менән ҡыуандырырға тырышабыҙ”.
Технолог Елена Кузнецова: “Ауыл халҡын тәмле, ҡабарып бешкән икмәк менән ҡыуандырырға тырышабыҙ”.
Икмәк бешереүселәрҙең уны шундай тәмле, хуш еҫле, ҡабартып бешереүе уға һәр саҡ ҡыҙыҡлы булған. Шуға ла мәктәпте тамамлағандан һуң Елена Кузнецова Өфө ҡалаһы механика-технология колледжына уҡырға ингән.

Белем алғас, хеҙмәт юлын “Уңыш” кооперативында ябай икмәк бешереүсе булып башлаған. Бер нисә йыл кондитер һәм һатыусы булған. Шунан уны, яуаплы белгесте, етәкселек технолог итеп тәғәйенләгән. Бына инде бер нисә йыл дауамында Елена Валентиновна алты кешенән торған тәжрибәле бешереүселәр менән бөтә районды икмәк менән тәьмин итә.

Халыҡта икмәк, күмәстәр, ҡаластар ҙур һорау менән ҡулланыла.

Продукцияның сифаты һәр саҡ юғары кимәлдә. Икмәк цехында эшләүселәр һөнәри бурыстарын намыҫлы үтәй, яратҡан эштәрен күңелдәрен һалып башҡара. Шуға ла икмәктәре тә шундай тәмле килеп сыға.

Елена Валентиновна продукцияның технологияһын ентекле тик-шереп кенә ҡалмай, яңы сорттар сығарыу өҫтөндә лә эшләй. Күрше райондарҙағы хеҙмәттәштәре менән тәжрибә уртаҡлашыуҙары арҡаһында ауыл халҡының күңеленә хуш килгән арыш икмәген дә бешерә башлағандар.

-Һәр ваҡыт халыҡтың теләген, ихтыяжын иҫәпкә алырға тырышабыҙ, беҙҙең өсөн һатып алыусы - иң мөһим етәксе,- тине беҙҙең менән һөйләшкәндә Елена Валентиновна.

Был ҡатын БР Башҡортостан ҡулланыусылар союзының Почет грамоталары менән билдәләнгән, ҡулланыусылар кооперацияһындағы намыҫлы хеҙмәте өсөн значок менән бер нисә мәртәбә бүләкләнгән.

2016 йылғы эш һөҙөмтәләре буйынса алдынғылар слетында Елена Кузнецоваға ал таҫма тағылған һәм “Ҡулланыусылар йәмғиәтенең иң яҡшы хеҙмәткәре” исеме бирелгән.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: