+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2017, 13:29

Күләүекле күпер

Көҙҙөң ямғырлы бер көнөндә үҙ ихатама ингән ерҙәге юлға ҡырсынташ һалырға булдым. Әкрен генә эшләйем, үтеп барған таныштарҙың береһе мәрәкәләп китә, икенсеһе эшең еңел булһын тип теләп, кемелер иҫәнләшеп үтә, бер һүҙ менән әйткәндә, эшләүе күңелле.

“Үтеп китеп  өлгөрҙөм, бит әй”.
“Үтеп китеп өлгөрҙөм, бит әй”.
Көҙҙөң ямғырлы бер көнөндә үҙ ихатама ингән ерҙәге юлға ҡырсынташ һалырға булдым. Әкрен генә эшләйем, үтеп барған таныштарҙың береһе мәрәкәләп китә, икенсеһе эшең еңел булһын тип теләп, кемелер иҫәнләшеп үтә, бер һүҙ менән әйткәндә, эшләүе күңелле. Бер заман бер ҡатындың ауыр сумкалар күтәреп ҡайтып килгәне күҙгә салынды. Минең эргәмә килеп еткәс, ул баш ҡағып иҫәнләште, мин дә яуап бирҙем. Күпергә табан китте, артынан машина ҡыуып етеп, уға баштан аяҡ һыу сәсрәтте. Минең яҡҡа бер нисә аҙым яһап, ул миңә мөрәжәғәт итте: “Күперҙә канау ҡаҙый алмаҫһығыҙмы икән, һыу йыйылып ятмаҫ ине. Машиналар үтеп барғанда һәр саҡ бысраҡ һыуға ҡойондоралар”,- тине. Нимә әйтергә лә белмәйенсә тороп ҡалдым, ул китеп барҙы. Был хәл сентябрҙә булғайны, әле, 30 октябрҙә, минең күҙ алдымда ошо уҡ урында такси машинаһы был күләүектә н йәнә бер ҡатынға бысраҡ һыу сәсрәтте.

Был Фёдоровка ауылы Киров урамындағы насар урындың үҙенсәлеге шунда- машиналар үтә торған юл тар, сөнки юл аҫтында һыу үткәргес торбаһы һалынған. Йәйәүлеләргә юлдың уртаһынан үтергә тура килә, сөнки юлдың ике яғы ла һыуға күмелгән.

Әйткәндәй, теге саҡта ул ҡатындың үтенесен үтәнем, канау эшләнем, әммә күптән түгел юлдан грейдер үтте, барыһы ла үҙ урынына ҡайтты- күләүек тә, үтеп барыусыларҙың ҡәнәғәтһеҙлек белдереүе лә.

Бер һүҙ менән әйткәндә, хәл тотороҡло. Башҡаса булырға ла мөмкин ине бит. Ҡушылған эште намыҫлы итеп башҡарырға ғына кәрәк, кешегә түгел, үҙеңә эшләгән кеүек итеп. Уйлап ҡарағыҙ, әгәр шул юлды грейдерлаған тракторсы күпер алдында туҡтап, көрәген юл ситенәрәк сығарып үтеп китһә, һыу юл уртаһына йыйылмаҫ һәм был күләүек тураһында иҫкә алыусы ла булмаҫ ине.


Фәнис АҠСУРИН.


Автор фотоһы.
Читайте нас: