+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2017, 13:38

Шишмәләр сылтырап аҡһын

Экология йылында районыбыҙҙың ауыл биләмәләрендә шишмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эш башҡарылған. Батыр ауылы халҡы ла был эштә әүҙемлек күрһәткән, быны үҙебеҙ барып күрҙек.

Батыр ауылының изгелекле активистары.
Батыр ауылының изгелекле активистары.
Экология йылында районыбыҙҙың ауыл биләмәләрендә шишмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эш башҡарылған. Батыр ауылы халҡы ла был эштә әүҙемлек күрһәткән, быны үҙебеҙ барып күрҙек.

Батырҙарҙың көстәре менән “Әсе” исемле ике шишмә төҙөкләндерелгән.

-Элек шишмәләр тейешле хәлдә түгел ине. Бағаналар ултырттыҡ, штакетниктан ҡойма эшләнек, ағарттыҡ. Өҫтөнә түбә эшләнек. Шишмәнең береһендә эштәрҙе тулыһынса башҡарҙыҡ. Шишмә исеме яҙылған алтаҡтаны элеп ҡуйҙыҡ. Ял итергә теләге булғандар ултырып ял итә, тәмле һыуын эсә ала,- тине Михайловка ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Венер Аҡсурин.

100-120 метр ситтәрәк урынлашҡан икенсе шишмә лә кәртәләнгән, ағартылған, алтаҡта эленгән.

-Бында ҡойма эсендә бетондан майҙансыҡ эшләргә планлаштырабыҙ. Тиҙҙән сығанаҡ бәреп сыҡҡан ергә 1,5 метр диаметрлы ҡулса ҡуйыласаҡ. Ҡулсаның өҫтөндә, унда йыйылған шишмә һыуы ағып сыҡһын өсөн, ярыҡ ҡалдырҙыҡ. Беседкаһы өсөн тимер каркас әҙер инде. Ошо көндәрҙә килтереп ҡуясаҡбыҙ, -тип һүҙен дауам итте Венер Мөнир улы.

Батырҙар үҙ тырышлыҡтары менән тағы бер нисә шишмәне тергеҙеп, һаҡлап ҡалған. Был изге эштәр хаҡында балалары, ейәндәре онотмаҫ, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Шишмәләр ҙә ауыл халҡына рәхмәтлелер, моғайын, улар яңы көс менән тулышып, аға башланы.


Гәрәй ХӘЛИТОВ.

Илдус ХӘЛИТОВ фотоһы.
Читайте нас: