клубта уңайлы шарттар булдырылған
Бөтә районыбыҙ кешеләре өсөн дә Бала Сытырман ауылында күп функциялы Мәҙәниәт йорто асылыуы әһәмиәтле һәм шатлыҡлы ваҡиға булды. Хәҙер унда бер түбә аҫтында клуб ойошмалары, моделле китапхана, музыка мәктәбе, тренажер залы эшләйәсәк, тимәк, төрлө саралар үткәреү һәм халыҡтың уңайлы ял итеүе өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.
Бының алдынан ҙур йөкмәткеле эш башҡарылған: капиталь ремонт эштәре үткәрелгән, оргтехника, спорт тренажерҙары, демонстарцион һәм тауыш йыһаздары, тамашасылар өсөн кәнәфиҙәр, офис һәм китапхана мебеле һатып алынған, интерьер яңыртылған, һөнәри яҡтыртыу-техник ҡоролма ҡуйылған, сәхнә һәм “Замандаш” башҡорт халыҡ фольклор коллективы һәм “Карамелька” балалар бейеү коллективы өсөн сағыу костюмдар тегелгән. Быларҙың барыһы ла Республика бюджеты, БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы, район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге һәм район мәҙәниәт йорто күсергән аҡсалар ярҙамында булдырылған.
Ҡунаҡтар өсөн яңыртылған бина буйынса экскурсия ойошторолдо, ә фойела Бала Сытырман, Оло Сытырман, Яңы Яуыш, Һәйет ауылдарынан оҫталарҙың ҡул эштәре күргәҙмәһе ҡуйылғайны.
Байрамға килгән БР Мәҙәниәт министры Шафиҡова Әминә Ивни ҡыҙы баласытырмандарҙың шатлығын уртаҡлашты. Улар халыҡтың төрлө мәнфәғәттәрен ҡәнәғәтләндереүсе, республика буйынса 56-сы, күп функциялы ауыл клубын булдырыу кешеләргә күп тармаҡлы юғары сифатлы хеҙмәттәр күрһәтеү мөмкинлеген бирәсәк, тип билдәләне.
Байрамға йыйылыусыларҙы Фёдоровка районы МР хакимиәте башлығы Насретдинов Венер Фәрит улы ла йылы ҡотланы. Ауыл мәҙәниәт йортон тергеҙеү буйынса ҙур күләм эш башҡарылыуы хаҡында мәҙәниәт бүлеге начальнигы Сиразетдинов Булат Нурулла улы бәйән итте. Бала Сытырман ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Ниғмәтуллин Ғәҙел Ҡорбанғәли улы һәм ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Кривоконь Анна Александровна ауыл мәҙәниәт йортоноң көнкүреше хаҡында һөйләне. Күп йылдар эшләп, Бала Сытырман ауыл клубына бөтә күңелен биргән хеҙмәт ветераны Абрамова Сара Хәйҙәр ҡыҙы ҡотлау телмәре менән сығыш яһаны. “Замандаш” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле, “Околица” район мәҙәниәт йорто вокаль ансамбле, солистар Зөфәр Атанғолов (Оло Сытырмандан), Гүзәл Сәлишева, Ирина Захарова, Айнур Собханғолов (барыһы ла Бала Сытырмандан), “У прясла” вокаль ансамбле сағыу сығыштары менән мәҙәниәт усағын асыу тантанаһын биҙәне.
Күп функциялы клубтың асылыуы халыҡты мәҙәни процесҡа йәлеп итеү, һәр кешегә үҙенең мәнфәғәттәрен, мауығыуҙарын бойомға ашырыу, потенциалын асыу һәм көнкүреш мәшәҡәттәрҙән рәхәтләнеп ял итеү мөмкинлеген бирәсәгенә бер ҙә икеләнергә түгел.
Кинозал тамашасыларын көтөп ҡала
Уңайлы кәнәфиҙә ултырып, 3D-форматта ҡыҙыҡлы фильм ҡарап буласаҡ тиҙҙән беҙҙең районда ла. Был әһәмиәтле ваҡиға- заманса кинозал асылыу тантанаһы Фёдоровкала 3 ноябрҙә үткәрелде.
Нәфис һәм документаль фильмдарҙы күрһәтеү туҡталманы. Илебеҙҙең киноһын пропагандалау эше әүҙем барҙы. Бынан тыш, мәҙәниәт бүлеге ниндәй ҙә булһа ярҙамға өмөт итеп, төрлө конкурстарҙа, сараларҙа, программаларҙа ҡатнашты. Ошо тырышлыҡтары юҡҡа булманы, биш миллион һум грант отоуға булышлыҡ итте.
Был аҡсаға ҙур күләм эш башҡарылды, кәрәкле йыһаз һатып алынды, залға ҡеүәтле тауыш-акустика системаһы, цифрлы экран һәм проектор, тейешле программа менән тәьмин итеү, 3D-форматтағы фильмдарҙы ҡарау өсөн күҙлектәр һатып алынды, киноаппаратура тулыһынса яңыртылды һәм тамашасылар кәнәфиҙәре алмаштырылды, иҙәнгә йомшаҡ ковролин түшәлде. Залды йыһазландырыу һәм ремонтлау эше менән илебеҙҙең киноиндустрияһы лидерҙарының бер компанияһы шөғөлләнде.
Заманса кинозал, мөмкинлектәр, тауыш, һүрәтләнеш, ысынлап та, яҡшы. Быға кинозал асылыу тантанаһында булғандар реклама роликтарынан күреп инанды. Фильм ҡарау күңелле булһын өсөн район мәҙәниәт йортонда кафе асылды, унда туңдырма, попкорн һатып алырға йәиһә эҫе сәй, ҡәһүә эсергә мөмкин. Мәҙәниәт бүлеге хәбәр итеүенсә, билет хаҡтары- үҙәкләштерелгән, улар фильмдың ҡиммәтлегенә һәм залдағы урындарға бәйле буласаҡ. Яҡынса хаҡтар- 150-200 һум. Фильмдар яҡын көндәрҙә күрһәтелә башлаясаҡ.
Фёдоровкаларҙың заманса технологияларҙың мөмкинлектәренә ҡушылыуын сараны асыу тантанаһында мәҙәниәт министры Ә.И. Шафиҡова билдәләп үтте. Ул ауыл халҡын был әһәмиәтле ваҡиға менән тәбрикләне. Шулай уҡ Әминә Ивни ҡыҙы ошо мөһим эшкә тос өлөш индергәндәре, әүҙем, уңышлы эштәре өсөн район хакимиәтенә рәхмәт белдерҙе.
-Мәҙәниәт бүлектәре, район мәҙәниәт йорто коллективтарының берҙәм тырышлыҡтары, Мәҙәниәт министрлығы һәм республикабыҙ Хөкүмәтенең ярҙамы арҡаһында беҙ районыбыҙҙа лайыҡлы мәҙәниәт объектлы булдыҡ. Бөтә кешеләрҙе лә ошо көтөп алған ваҡиға менән ҡотлайым. Хәҙер ауыл халҡының заманса фильмдарҙы сифатлы, уңайлы залда ҡарау мөмкинлеге барлыҡҡа килде,- тине район хакимиәте башлығы В.Ф. Насретдинов.
Был көн сараға килгәндәрҙең барыһы өсөн дә ысын байрам булды. Улар яратҡан фильмдарынан, йәнһүрәттәрҙән попурриҙарҙы кинәнеп ҡараны. Был тылсымлы сәнғәт төрөнөң кеше ғүмерендәге әһәмиәте тураһындағы видеоролик мауыҡтырғыс булды. Үҙешмәкәр артистарҙың сығыштары сараға тағы ла йәм өҫтәне. Ә тәүге киносеансҡа бушлай билеттар уйнатылыуы, трейлерҙар күрһәтелеүе тамашасыларҙы ҡыуандырҙы һәм һоҡландырҙы.
Заманса кинозал район халҡы өсөн дуҫтары менән осрашыу, ваҡыттарын файҙалы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәреү, ял итеү урыны буласаҡ. Был яңылыҡ балаларҙың да, ололарҙың да күңеленә лә хуш килер, кинозалда тамашасылар күбәйер, тигән өмөт тыуҙыра.