+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ноябрь 2017, 13:33

Бүләк алыуы күңелгә рәхәт

Район гәзитенә яҙылыусылар араһында “Аҙна һайын приз” акцияһы буйынса йәнә приздар уйнатыу булды. Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ менән редакцияла 3 ноябрҙә осраштыҡ.

Район гәзитенә яҙылыусылар араһында “Аҙна һайын приз” акцияһы буйынса йәнә приздар уйнатыу булды. Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ менән редакцияла 3 ноябрҙә осраштыҡ.

Был юлы Рәис Фәтхрахман улы Ишманов (Ҡораласыҡтан), Лазарь Дмитриевич Трофимов (Кузьминовканан), Антонида Михайловна Михайлова (Новоселканан), Федоровканан Валентина Вячеславовна Янченко менән Тәнәйҙән Наталья Ивановна Матушкина бәхетле приз отоусылар булды. Беҙ улар өсөн шатбыҙ.

Лазарь Дмитриевич приз отоуына бик ҡыуанды, башҡаларҙан да приздарын килеп алыуын һорайбаҙ. Үҙегеҙ менән паспорт, СНИЛС һәм ИНН булырға тейеш. Республика һәм Рәсәй баҫмаларына яҙылыу тураһындағы квитанцияларығыҙҙы беҙгә килтермәгеҙ. Уларҙы 450077 Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, матбуғатҡа яҙылыу бүлеге адресы буйынса ебәрегеҙ.

Киләһе приздар уйнатыу- 10 ноябрҙә 11.00 сәғәттә редакцияның фойеһында була.

“Ашҡаҙар таңдары”на яҙылығыҙ, квитанцияларығыҙҙы ебәрегеҙ, конкурстарҙа ҡатнашып, бүләктәр отоғоҙ!

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Римма ӘҘЕҺӘМОВА фотоһы.
Читайте нас: