+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ноябрь 2017, 13:34

Яңы тротуар һалынды

Салауат Юлаев һәм Ленин урамын тоташтырыусы юлдан төшөп, менеп йөрөгән водителдәр ҙә, йәйәүлеләр ҙә юл хеҙмәте эшселәренә лә, Фёдоровка ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәтенә лә ҙур рәхмәтлелер, моғайын. Сөнки элекке юл тигеҙ түгел, йәйәү ҙә, машинала ла үтеүе ауыр ине.

Салауат Юлаев һәм Ленин урамын тоташтырыусы юлдан төшөп, менеп йөрөгән водителдәр ҙә, йәйәүлеләр ҙә юл хеҙмәте эшселәренә лә, Фёдоровка ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәтенә лә ҙур рәхмәтлелер, моғайын. Сөнки элекке юл тигеҙ түгел, йәйәү ҙә, машинала ла үтеүе ауыр ине.

Юл хеҙмәткәрҙәре килеп, кюветтарҙы таҙартты, юлға ҡырсынташ һалды, тигеҙләне, юл киңәйеп китте, тигеҙләнде. Мәктәпкә йөрөгән балаларға ла уңайлы. Тураға барғанда улар юлды күпмегә ҡыҫҡарталар бит.

Быйыл юлға асфальт түшәү ҡаралмаған, шуныһы йәл. Юл хеҙмәткәрҙәре был эште киләһе йылда тейешенсә башҡарыр, тип ышанабыҙ.

Ветеринария дауаханаһы яғынан Коммунистик урамында ла ыңғай күренеш- унда асфальт түшәлгән йәйәүлеләр юлы эшләнгән (фотола). Был тротуарҙың бер өлөшө генә икән. Район хакимиәтенең төҙөлөш бүлеге начальнигы Р.З. Латиповтың аңлатыуынан:

-Проект буйынса ветеринария дауаханаһы яғынан Коммунистик урамы аша нормаға ярашлы юл билдәләре ҡуйып, яһалма тигеҙһеҙлек һыҙаттары менән “зебра”лы йәйәүлеләр юлы эшләнәсәк. Шуның менән урмансылыҡ яғынан килгән йәйәүлеләр юлына сығыу урыны булдырыласаҡ. Спорт урамынан “Перекресток” магазины яғынан, Фёдоровка 1-се мәктәбенә тиклемге урамда ла йәйәүлеләр юлы буласаҡ. Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ- мәктәпкә, физкультура-һауыҡтырыу комплексына, артабан бассейнға барғанда һәм ҡайтҡанда, йәйәүлеләрҙең хәрәкәтен хәүефһеҙ итеү. Был эштәр 2018 йылда бойомға ашырыласаҡ.

Әлегә булғанына ҡыуанаһы ғына ҡала. Сөнки, ысынлап та, уңайлы һәм хәүефһеҙерәк булды бит?


Гәрәй ХӘЛИТОВ.

Фәнис АҠСУРИН

фотоһы.
Читайте нас: