+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ноябрь 2017, 16:11

Алдыбыҙҙа етди бурыстар тора

Йыл да 10 ноябрҙә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Был йыл Бөйөк Октябрь инҡилабы ғына түгел, Рәсәй Эске эштәр министрлығының шәхси составы өсөн дә юбилейлы булып тора.

Йыл да 10 ноябрҙә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Был йыл Бөйөк Октябрь инҡилабы ғына түгел, Рәсәй Эске эштәр министрлығының шәхси составы өсөн дә юбилейлы булып тора.

2017 йылда полиция хеҙмәткәрҙәре бер юлы ике әһәмиәтле датаны: Рәсәйҙә эске эштәр органдары булдырылыуының 215 йыллығын һәм совет милицияһының 100 йыллығын билдәләй.

Традиция буйынса, полицияның байрам көнөндә тантаналы саралар ойошторола, баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт күрһәткән ветерандарҙы, эштә айырыуса тырышлыҡ күрһәткән хеҙмәткәрҙәрҙе ҡотлайҙар.

Фёдоровка районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы В.И. Хөсәйенов менән әңгәмәбеҙҙе иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.

-Валерьян Илфат улы, һөнәри байрамығыҙ, шулай уҡ юбилейлы дата яҡынлаша. Ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итегеҙ. Был датаны ниндәй уңыштар, ҡаҙаныштар менән ҡаршылайһығыҙ?

-Бүлексәнең шәхси составы 2017 йылдың 10 айы эсендә күп позициялар буйынса намыҫлы эш күрһәтте, оператив-хеҙмәт эшмәкәрлегендә бер ниндәй ҙә етешһеҙлектәр булманы. Уҙған осорҙа енәйәттәр, административ хоҡуҡ боҙоуҙар, хәл-ваҡиғалар тураһында 2012 ғариза һәм хәбәр килде, улар буйынса 127 енәйәт эше асылды, 897 административ хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуйылманы. Бында ЮХХДИ бүлеге һәм миграция мәсьәләре буйынса хоҡуҡ боҙоуҙар инмәй. Полицияның участка уполномоченныйҙары тарафынан- 836, бәлиғ булмағандар эштәре бүлеге менән 58 административ хоҡуҡ боҙоу тикшерелде һәм бөтөрөлдө.

Һәр хәбәрҙә лә хоҡуҡ боҙоуҙар йәиһә енәйәт билдәләре булмаһа ла, һәр ҡайһыһында хеҙмәткәрҙәрҙең оператив эшләүе һәм урынға сығып граждандарға ярҙам итеүе хаҡында әйткем килә.

-Ҡайһы ауыл биләмәһендә иң күп хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлгән, әйтеп китмәҫһегеҙме?

-Анализлаған осорҙа район территорияһында 144 енәйәт теркәлде, был былтырғы менән сағыштырғанда 9-ға әҙерәк. Район үҙәгендә-56 (-6), райондың башҡа ауылдарында 88 енәйәт ҡылынған.

Теркәлгән енәйәттәрҙең дөйөм һанының аҙайыуына ҡарамаҫтан, ауыр, айырыуса ауыр енәйәттәр кимәле былтырғыса ҡала (был категориялағы 13 енәйәт яуаплылығына тарттырыу осрағы).

- Енәйәттәрҙең ниндәй категорияһы кәмемәй, йәиһә, һеҙ әйткәнсә, былтырғыса ҡала?

- Милеккә ҡағылышлы енәйәттәр һаны, тип әйтер инем. Мал урлау һымаҡ енәйәттәр төрө менән көрәш көнүҙәк булып тора. 10 айға -5 осраҡ.

-Район өсөн характерлы булмаған, аҙ осраған енәйәттәрҙе атап үтмәҫһегеҙме?

-Отчет осоронда мутлашыу факттары өс тапҡырға артты. Быға мобилле элемтә сараларын файҙаланып башҡарылған социаль мутлашыуҙарҙың үҫеүе сәбәпсе булды. Бөтә осраҡтарҙа ла, береһен иҫәпкә алмағанда, граждандар полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан башҡарылған профилактик эш арҡаһында матди зыян күрмәне.

-Валерьян Илфат улы, балалар енәйәтселеге хаҡында нимә әйтерһегеҙ?

-Күпселек имен ғаиләләрҙә үҫкән, бөтә нимәһе лә етешкән, күрәһең, ата-әсәһе яғынан иң мөһиме- һөйөү һәм иғтибар етмәгән балалар тарафынан енәйәттәр ҡылыныуы хәүефкә һала. Енәйәт ҡылып, улар үҙҙәренә иғтибар йәлеп итергә маташа.

Район һәм республика территорияһында “Бәлиғ булмағандарҙың йәмәғәт урындарында булыу ваҡытын сикләү тураһындағы закон” ғәмәлдә булыуына ҡарамаҫтан, күпселектә үҫмерҙәр енәйәттәрҙе төндә ҡыла. Ҡалған профилактика субъекттарына, бурыслы шәхестәргә был йүнәлештә күберәк эшләргә кәрәк.

-Беҙ енәйәттәрҙең төрҙәре, уларҙы профилактикалау хаҡында һөйләштек. Ниндәй бүлектәрҙең эшенә “яҡшы” билдәһе ҡуйырға була?

-Эйе, ошо асыҡланған енәйәттәр, башҡарылған оператив- профилактик эштәр- ябай кешеләрҙең, бурыстарын намыҫлы башҡарған егеттәрҙең намыҫлы хеҙмәте һөҙөмтәһе.

Башҡаларҙың да эшен насар тип әйтмәйем, әммә бөтә шәхси составҡа өлгө булырҙай бер нисә фамилияны атап үтекем килә. Улар-Илгиз Йосопов, Александр Манзуров, Алексей Силяев, Илдар Рәхимов. Тәүтикшереү бүлексәһенән Азат Мостафин, Сергей Юдин, енәйәтселәрҙе эҙләү бүлексәһенән Марат Ғөбәйҙуллин, ЮХХДИ-нан Александр Асабин, дежур частән- Николай Асташкин.

-Полиция хеҙмәткәрҙәрен беҙ улар үҙ бурыстарын башҡарғанда күрәбеҙ. Улар ярыштарҙа, конкурстарҙа ҡатнашамы? Шул турала бер нисә һүҙ.

-Әлбиттә, хеҙмәткәрҙәребеҙ спорт, үҙешмәкәрлек менән шөғөлләнергә ваҡыт таба. Хеҙмәт занятиелары сиктәрендә аҙна һайын спорт саралары үткәрелә, унда хеҙмәткәрҙәр ҡоралһыҙ үҙ-үҙеңде обороналау ысулдарын өйрәнә, еңел атлетика буйынса нормативтар тапшыра, волейбол уйнай. Мәҫәлән, Лилиә Ғибаҙуллина ике төр көрәш буйынса (йүгереү+ табель ҡоралынан атыу) республика ярыштарында 3 урын яуланы. Быйыл яҙ ҡул көрәше буйынса БР Эске эштәр министрлығы чемпионатында өлкән сержант Сергей Спиридонов шулай уҡ 3 урын алды.

Тәүтикшереүселәр араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсында өлкән лейтенант Сергей Юдин коллегалары араһында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, 1 урынға сыҡты. Полиция хеҙмәткәре, анализлау һәм планлаштырыу буйынса өлкән инспектор Светлана Зөбәйерова быйыл “Штаб көнө” конкурсында өс еңеүсе араһында булды һәм республика Эске эштәр министрлығының ҡиммәтле бүләге менән бүләкләнде.

Коллективыбыҙ йыл да үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙарында ҡатнаша. Республиканың көньяғындағы алты район ингән зональ конкурстарҙа беҙ һәр ваҡыт призерҙар исемлегендә торабыҙ. Уҙған йылда беҙ беренсе урын яуланыҡ.

- Бөгөнгө байрам көнөндә хеҙмәткәрҙәрегеҙгә ниҙәр теләр инегеҙ?

-Форсаттан файҙаланып, эске эштәр органдары ветерандарын, бөтә шәхси составты һәм уларҙың яҡындарын һөнәри байрам менән ҡотлайым. Барыһына ла сәләмәтлек, именлек, хеҙмәттәрендә уңыштар, түҙемлек, законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса бурыстарын уңышлы башҡарыуҙарын теләйем.

- Рәхмәт, Валерьян Илфат улы, ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: