Михайловка ауыл биләмәһе ерҙәрендә 18 фермер һәм шәхси эшҡыуарҙар ауыл хужалығы бизнесын үҫтерә һәм уңышлы эшләп килә. Йәмил Ильясов та шулар иҫәбендә.
Батыр ауылында беҙ октябрь аҙағында булдыҡ. Беҙ барғанда урындағы фермерҙар баҫыуҙан һалам ташыу менән мәшғүл ине.
Йәмил Кәфил улы менән төшкө тәнәфес ваҡытында әңгәмәләшеп алдыҡ. Баҫыу эштәре тамамланһа ла, фермерҙың эше байтаҡ әле, шуға ла ул иртәнән кискә тиклем өйөндә булмай.
Белгеслеге буйынса агроном Йәмил Ильясов үҙенең хужалығындағы эште яҡшы ойошторған. 250 гектар һөрөнтө ерҙә ул арыш, бойҙай, һоло һәм көнбағыш үҫтерә. Быйыл фермерҙың эше ыңғай булған.
-Иген культуралары бик яҡшы уңыш бирҙе. Һуңғы йылдарҙа бындайҙы күргән булманы, тиһәң дә була: һоло гектарынан 40 центнер, бойҙай- 26, арыш- 28 центнер уңыш бирҙе. Һатыу хаҡтарының арзанлығы үкенесле, тине ул.
Үҫемлекселектән тыш, Йәмил Кәфил улы малсылыҡ менән дә шөғөлләнә. Ихатаһында 20 баш һыйыр малы аҫрай. Быйыл йәй көндәрҙең аяҙ тороуы арҡаһында запас менән бесән, һалам әҙерләгән.
Фермер ял көндәрһеҙ эшләй. Бизнесынан килемде продукцияһын һатҡандан һуң ғына аласаҡ. Шуның бер өлөшө техника һатып алыуға рәсмиләштерелгән кредиттарҙы ҡаплауға китә. Ләкин бөтә ошо проблемаларға, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, Й. Ильясов ауылда хужалыҡ тотмайынса йәшәп булмай, тип иҫәпләй. Бизнестан арыу килем алыр өсөн бөтә күңелеңде һалып, тырышып эшләргә кәрәк.