Уҙған шәмбе йәнә ауыл хужалығы йәрминкәһе булды. Көйһөҙ һауа торошона, ҡар яуыуға ҡарамаҫтан, Фёдоровка майҙанында сауҙа йәнле барҙы. Был юлы ит продукцияһы күп ине, кешеләр уны бик теләп һатып алды.
Ауыл хужалығы етештереүселәре лә юлһыҙлыҡтан һәм насар һауа торошонан ҡурҡмаған. Район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауылдарҙан да тауарҙарын алып килгәйнеләр. Мәҫәлән, маяҡтар (Яңы Яуыш ауылы)- яңы уңыштан көнбағыш орлоғо һәм шешлек ярым фабрикаттары, «Линар» йәмғиәте (Гавриловка) –бойҙай, «Азат» (Үрге Яуыш) -12 төргәк һалам, «Прогресс» йәмғиәте бойҙай алып килгәйне. Был юлы «Балыҡ” балыҡсылыҡ хужалығы» йәмғиәте һатып алыусыларҙы ҡыуандырҙы. Предприятие 200 килограмм тере балыҡ алып килгәйне. ШЭ Ветровтың (Гончаровка) машинаһы эргәһендә лә халыҡ байтаҡ йыйылғайны. Кешеләр ҡышҡа кәбеҫтә, кишер һәм башҡа йәшелсәләрҙе һатып алды. «Гермес» йәмғиәтенән теләге булғандар шешлек алды.
Фермерҙар В. В. Ермолаев, Я. К. Ильясов һәм З. М. Әҙеғолов әүҙем һатыу итте. Ете ауыл биләмәһенең шәхси ихаталарынан бал, һөт продукцияһы һәм йәшелсәләр һаттылар. Өсбүләктәрҙең бауырһағы күптәрҙең күңеленә хуш килде.
Сауҙа рәттәре буйлап үткәндә кешеләрҙең бөгөн ит йәрминкәһе булды, тигәне ҡолағыма салынды. Ит, ысынлап та, яҡшы һатылды. Һыйыр малы, сусҡа, һарыҡ иттәрен халыҡ күмәртәләп һәм килограмлап та алды.
Сауҙа уңышлы булды. Һәр кем теләгәнен һатып алды, һата алды. Артабан да йәрминкәләр шундай булһын тигән теләктәр яңғыраны.
Был көндә шулай уҡ Матбуғатҡа яҙылыу көнө булды. Редакция хеҙмәткәрҙәре ярҙамында 2018 йылға район гәзитенә биш кеше яҙылды. Күптәр гәзитте льготалы декада ваҡытында яҙҙырып өлгөргән. «Ашҡаҙар таңдары»на, Рәсәй һәм республика баҫмаларына почта аша бер кеше яҙылды. Был көндә гәзиттәрен редакцияла алыусылар приздарға эйә булды.