Тикшереүҙәр иҫбатлауынса, эсергә яратҡандар өсөн легаль алкоголгә ҡарағанда, суррогат алкоголь күпкә ағыулыраҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, теге йәки был алкоголде ҡулланған осраҡта организмға ҙур зыян килә. Айырмаһы тик шунда- ялған араҡы эсеүҙән насар эҙемтәләр тиҙерәк килеп сыға.
Йәмғиәтебеҙҙә статустарына ярашлы элиталы, ҡиммәтле араҡы эскәндәр, арзанырағына өҫтөнлөк биргәндәр, нимә яна, шуны ҡулланыусылар һәм үҙҙәре өй шарттарында етештергәнде генә эсеүсе төрлө кешеләр бер-береһе менән йәнәшә йәшәй. Әммә береһе лә бәхетһеҙлектән страховкаланмаған- ҡайһы берҙә эсеү үлем менән тамамланырға мөмкин. Элиталы, ҡиммәтле, ә асылында контрафактлы араҡы эсеп, компаниялары менән үлгәндәр тураһындағы факттар ҙа бихисап, насар араҡы эсеүселәр хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Бер литр ярымлыҡ һауыттарҙағы иҫерткес эсемлекте арзанға һатып алып, уны шешәләргә бүлеп һатып, кеше килем алырға ниәтләй. Тиҙ арала килем алыу- аҡса эшләү теләге аңды томалай, “миңә нимә булыр, кешеләргә ниндәй зыян килер?” тип аҙағын уйлап еткереү мөмкинлеген бирмәй.
Үҙенең, яҡындарының, туғандарының, таныштарының сәләмәтлеге хаҡында уйламағандарҙың ҡайһы берҙәре үҙҙәре лә эсә, башҡаларға ла шул уҡ ялған араҡыны һата.
Был мәсьәлә әлеге ваҡытта көнүҙәк булып тора. 2017 йылдың октябрь башында Республика Башлығы Р.З. Хәмитов Башҡортостанда хоҡуҡи тәртипте тәьмин итеү буйынса координациялау кәңәшмәһе ултырышын юҡҡа ғына үткәрмәне бит. Ул республика биләмәһендә контрафактлы һәм суррогат алкоголь продукцияһының законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороу мәсьәләләренә бағышланды.
-Суррогат алкоголь менән көрәш алып барыуҙың бөтә йүнәлештәр буйынса ла көсәйтелергә тейешлеге аңлашыла. Көс структураларына ла, федераль күҙәтселек органдарына ла, республиканың башҡарма власть органдарына ла, район һәм ҡала хакимиәттәренә лә, йәмәғәтселеккә лә берҙәм эш итергә кәрәк. Дөйөм алғанда, хәл көсөргәнешле булып ҡала килә. Проблеманың масштабтары беҙгә мәғлүм, эш фронты ҙур. Ниндәй магазинға инһәң дә, “фанфуриктар” һатылыуын күрергә мөмкин. Берҙәм эштең булмауын, ҡайҙа был эште ҡатыландырыу, ҡайҙа координациялау эшенең тейешенсә түгеллеген аңларға кәрәк. Кешеләр үлә - бына шуныһы ҡурҡыныс, -тине Рөстәм Хәмитов.
Эйе, кешеләр үлә йәиһә инвалид булып ҡала. Спиртлы эсемлек эсәһең икән, был осраҡта үҙеңде нисек һаҡлап ҡалырға һуң?
Район дауаханаһы наркологы В.Г. Секачтан консультация алдыҡ:
-Василий Геннадьевич, аңлатып бирегеҙсе, нимә ул суррогат алкоголь, уға ниндәй эсемлектәр инә?
-Уға нефть эшкәртеүҙән ҡалған техник спиртлы эсемлектәр инә, был организм өсөн ағыу булып тора. Уны ҡулланғандан һуң иң тәүҙә- бөйөрҙәр, шунан- бауыр һәм йөрәк зыян күрә, иң насар эҙемтә- үлем.
-Һеҙҙең практикала бындай осраҡтар булғаны бармы?
-Эйе, ағымдағы йылдың сентябрендә ике үлем осрағы булды, икеһе лә Бала Сытырманда,эшкә һәләтле йәштәгеләр. Береһе- 1980 йылғы ир - Күмертауға ебәргәс, реанимацияла, икенсеһе - спиртлы эсемлекте саманан тыш артыҡ ҡулланған 1974 йылғы ир өйөндә үлгән.
-Был ошо ауылда насар араҡыны күп эсәләр, тигәнде аңлатамы?
-Ҙур ышаныс менән әйтә алам: Оло Сытырман ауылында һәр өй аша шундай араҡы һатыла. Ҡаланан туғандары алып ҡайтып, биш, бер литр ярымлы һауыттарҙа һата. Ниндәй ваҡытта ла һатып алырға мөмкин.
-Һеҙҙең яҡтан профилактик эш алып барыламы? Был осраҡта нимә эшләргә мөмкин?
-Мәғлүмәти төркөмдәр составында ауыл халҡы менән осрашыуҙарҙа был мәсьәләгә ҡағылмай китмәйбеҙ. Гәзиткә аңғартыу мәҡәләләре бирәбеҙ. “Суррогат араҡының зыяны тураһында” стена гәзите эшләйбеҙ.
-Халыҡтың күпселеге көмөшкәнең зыяны әҙерәк, тигән фекерҙә. Был шулаймы?
-Юҡ, улай түгел. Көмөшкә таҙартылған, фильтрланған араҡынан күпкә зыянлыраҡ. Уның составында эфир майҙары бихисап. Хатта яҡшылап таҙартылған көмөшкәнең ағыулы йоғонтоһо шарап спиртыныҡынан бер нисә тапҡырға күберәк.
-“Боярышник” һүҙен ишетеү менән күптәрҙең күҙ алдына ысын ағыулаусы эсемлек килеп баҫа. Эсергә яратыусыларҙың был дауалау сараһын һатып алыу мөмкинлеге бармы?
-Эйе, ул дарыуханаларҙа һатыла. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уның төймә рәүешендә эшләнгәнен ҡулланырға кәңәш итәбеҙ.
-Гәзит уҡыусыларға һеҙҙең теләктәрегеҙ.
-Сәләмәт тормош рәүеше алып барығыҙ. Теләһә ниндәй алкоголде ҡулланыуҙан тыйылығыҙ. Сәләмәтлегегеҙ үҙ ҡулығыҙҙа.
-Консультацияғыҙ өсөн рәхмәт, Василий Геннадьевич.
Үҙ-ара хеҙмәттәшлекте көсәйтергә
Төбәк Башлығы ҡарамағындағы атап үтелгән кәңәшмә ҡарарынан тағы бер цитата “...Хоҡуҡ һаҡлау органдарына һәм профилле ведомстволарға республика территорияһында алкоголдең законға ҡаршы әйләнешен асыҡлау һәм юл ҡуймау буйынса эште көсәйтергә һәм бергә алып барырға...”
Полиция хеҙмәткәрҙәренә ҙур ышаныс һәм яуаплылыҡ һалыныуын әйтеп үтергә кәрәк. Сөнки был мәсьәләлә участка уполномоченныйҙары иң күп мәғлүмәткә эйә. Башҡа полиция хеҙмәттәре, ЮХХДИ, иҡтисади хәүефһеҙлек хеҙмәткәрҙәре һымаҡтар тарафынан ниндәй эштәр башҡарыла? Фёдоровка районы Эске эштәр бүлеге начальнигынан беренсе мәғлүмәтте алдыҡ.
-Валерьян Илфат улы, районыбыҙ территорияһында контрафакт һәм суррогат алкоголдең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороу йәһәтенән бүлектә ниндәй эштәр башҡарылды?
- 23 октябрҙән 1 ноябргәсә дауам иткән “Алкоголь” шартлыса исем аҫтындағы операция тамамланды. Ул бөтә республика территорияһында оператив-профилактик сара сиктәрендә үтте. Уның барышында 67 литр спиртлы продукция ҡулға алынды. Күптән түгел ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тикшереү өсөн бер автомобилде туҡтатҡан. Автомобилдә 10 тартма спиртлы шыйыҡса булыуы асыҡланған. Тәртип боҙоусы әйтеүенсә (Салауат ҡалаһы кешеһе), араҡы Ҡазахстан Республикаһында етештерелгән. 63 литр күләмендәге продукция ҡулға алынып, экспертизаға ебәрелде. Суд ҡарары буйынса ул административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ һәм уға штраф һалынасаҡ.
-2017 йылдың 29 июлендәге “РФ-ның Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 265-се федераль законына яңы 14.17.1 “Физик берәмектәрҙең алкоголь һәм спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ рәүештә берәмләп һатыуы” статьяһы индерелгән. Федераль законда алкоголь һәм спиртлы продукцияны мотлаҡ конфискациялап, 30 меңдән 50 мең һумғаса күләмдә административ штраф һалыу ҡаралған. Элек бының өсөн 500 һум штраф һалына ине.
-Был һиҙелерлек айырма. Конфискацияланған продукция нисек үтилләштерелә?
-Район суды менән был продукцияны үтилләштереү тураһында ҡарар сығарыла. Бының менән Волга буйы федераль округы алкоголь баҙарын көйләү буйынса Төбәк-ара федераль хеҙмәт идаралығы шөғөлләнә.
-Хоҡуҡ боҙоу осраҡтары тағы бармы?
- Йыл эсендә 205 литр спиртлы продукция ҡулға алынды. 14.2 статьяһы буйынса 17 кеше яуаплылыҡҡа тарттырылды. 14.17 статьяһы буйынса дүрт гражданға ҡарата административ тикшереү эше ҡуҙғатылды. НЭБ һәм ПК бүлектәре хеҙмәткәрҙәре, полиция участка уполномоченныйҙары, ЮХХДИ һәм Бәлиғ булмағандарр эштәре буйынса инспекторҙар суррогат алкоголь етештереүселәрҙе, һатыусыларҙы асыҡлыуға йәлеп ителде. Форсаттан файҙаланып, район халҡын ялған алкоголь продукцияһын һатыусыларҙы асыҡлауҙа ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеүҙәрен һорар инем. Күптәр бәлиғ булмағандарҙың спиртлы эсемлектәр һатып алыуына шаһит була. Был факттар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Хәбәр итегеҙ, анонимлыҡты гарантиялайбыҙ.
-Рәхмәт, Валерьян Илфат улы. Эшегеҙҙә уңыштар теләйем.
Бында тағы нимә өҫтәйһең? Бер һүҙһеҙ, суррогат алкоголде ҡулланыу организмға ҙур зыян килтерә. Әммә сифатлы алкоголле эсемлектәр һатып алғанда ла, уларҙың сәләмәтлеккә зыян килтереүен оноторға ярамай. “Эсергәме, эсмәҫкәме?”- һәр кем үҙе хәл итә.
“Рус рулеткаһы” - рустарҙың шундай уйыны бар, уйнаусыға уның ҡасан атасағы билдәһеҙ...
Суррогат алкоголгә кешеләрҙең ҡарашын, уны һатыу урындарын белеүҙәре тураһында район халҡынан һорашырға булдыҡ. Яуаптарын тәҡдим итәбеҙ.
- Суррогат алкоголгә кире ҡараштамын. Спиртлы эсемлек мәсьәләһе килеп тыуғанда, (ҡунаҡтар килгәндә, байрам булғанда) магазинға йәиһә супермаркетҡа барып һатып алам. Пушкин урамы буйынса йәшәгән бер нисә кешенең көмөшкә һатыуын беләм, әммә мин лицензиялыға өҫтөнлөк бирәм.
- Магазинда бер нисә мәртәбә сифатһыҙ араҡыға тап булдым. Этикеткаһында билдәле бренд исеме яҙылғайны. Был етештереүсегә ышанырға мөмкин, тип уйлай торғайным. Әммә... Шуға ла һуңғы ваҡытта көмөшкә һатып алырға тырышам. Һатыусыһын яҡшы беләм, уны әҙерләү рецепты ла таныш. Зарарлы матдәләрҙең унда юҡлығына ышанам.
- Бөтөнләй эсмәүең хәйерлерәктер, моғайын. Эскең килһә, магазиндан ҡиммәтлерәген һатып алыу отошлораҡ булыр. Тауар арзан булған һайын, ағыуланыуыңды көт тә тор.
- Магазиндағы эсемлектәр минең өсөн ҡиммәт. Танышым бар, унан араҡыны арзанға һатып алам.
-Бер литр ярымлы шешәләрҙә араҡы һатыусыларҙы йәнем һөймәй. Был техник спирт, тип уйлайым. Шундайҙарға мөрәжәғәт иткем килә. Оят түгелме һеҙгә!? Үҙегеҙгә килем алыу өсөн башҡаларҙы бәхетһеҙ итергә, ҡатындарҙы-тол, балаларҙы йәтим итергәме ни ниәтегеҙ?! Әгәр кәштәләрҙә сифатһыҙ продукция эләкһә, бындай ерҙән һатып алыуы ҡурҡыныс. Суррогаттың организмға кире йоғонтоһо тиҙ түгел, әкренләп һиҙелә тиҙәр. Әле булмаһа, йылдар уҙғас, насар тәьҫире тойолор, тип уйлайым. Шул саҡта ниңә унан һатып алдым инде, тип үкенергә тура киләсәк, һуң булмаҫмы икән. Шулай булғас, бәлки, ул тауарҙы һатып алмаҫҡалыр?
-Магазинда һатылған араҡыны ғына эсәм, ҡайһы берҙә ҡунаҡта көмөшкә лә һалалар. Үҙемде бер ҙә насар хис иткәнем булманы.
-Ялған араҡы эсмәйем. Башҡаларға ла кәңәш итмәйем. Минең ҡарашҡа, бик ныҡ эскең килә икән, магазиндан араҡы һатып алырға аҡса табып була. Унда алкоголь хәүефһеҙерәк. Йәштәр өсөн ҡурҡыныс. Ауыл кешеләренең бәлиғ булмағандарға араҡы һатҡан осраҡтары ла бар. Әлбиттә, һатып алыусыға нимә, уның килем алғыһы килә. Ниндәй юл менән- уға барыбер. Ғүмерҙе аҡса бизмәненә һалыу була түгелме!? Күҙ алдына килтерегеҙ, мәҫәлән, ошо хәүефле эсемлекте һеҙҙең балалар ҙа эсә тип. Бер кем дә бынан страховкаланмаған. Балағыҙ ағыуланһа, күҙенә нисек ҡарарһығыҙ?!
Күреүебеҙсә, ялған араҡының йәшерен һатылыуы күптәргә мәғлүм, тейешле урынға хәбәр итергә генә ҡыймайҙар. Ул ғына ла түгел, респонденттарыбыҙ исемдәрен атауҙан баш тартты. Берәйһе белеп ҡалһа, тип ҡурҡалар. Үҙемдән шуны әйткем килә- был насарлыҡҡа күҙ йомоп ҡарайбыҙ икән, суррогаттан кешеләр үлеүен дауам итәсәк. Нимә көтәбеҙ һуң? Берәйһенең инвалид булыуынмы?!