+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ноябрь 2017, 16:16

Юлдар төҙөк булһын

Йыш ҡына киң мәғлүмәт сараларында “ашығыс ярҙам” машиналарының пациенттарға ваҡытында барып өлгөрмәүе, бының төҙәтә алмаҫлыҡ эҙемтәләргә килтереүе хаҡында яҙыла. Сәбәптәре төрлө: йә ауырыуҙың өйөнә бара торған юлды томалап машина ҡуйылған, йә башҡа автомобиль водителдәре “ашығыс ярҙам”ға юл бирмәй.

Бындай юлдан машинала йөрөү  түгел, йәйәү  атлауы ла ауыр.
Бындай юлдан машинала йөрөү түгел, йәйәү атлауы ла ауыр.
Йыш ҡына киң мәғлүмәт сараларында “ашығыс ярҙам” машиналарының пациенттарға ваҡытында барып өлгөрмәүе, бының төҙәтә алмаҫлыҡ эҙемтәләргә килтереүе хаҡында яҙыла. Сәбәптәре төрлө: йә ауырыуҙың өйөнә бара торған юлды томалап машина ҡуйылған, йә башҡа автомобиль водителдәре “ашығыс ярҙам”ға юл бирмәй.

Бындай осраҡтар район дауаханаһының “ашығыс ярҙам” машинаһы менән дә булғылай. Мәҫәлән, бер көндә беҙгә Фёдоровка үҙәк район дауаханаһының табип-реаниматологы Марина Асабина мөрәжәғәт итте. “Дуҫлыҡ” микрорайонының Хеҙмәт, Тыныслыҡ урамдарына ашығыс саҡырыуҙарға табиптар ҙур ауырлыҡ менән бара. Юлдар насар, үтерлек түгел, шул сәбәпле был урамда йәшәгәндәрҙән шылтыратыуҙар ҙа күп булды.

Был проблеманы аңлатыуҙарын һорап, Фёдоровка ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Тыров Евгений Валерьевичҡа мөрәжәғәт иттек:

-Хеҙмәт урамындағы юлға ҡырсынташ түшәлгән. Унда асфальт түшәү 2018 йылға планлаштырылған. Тыныслыҡ урамына килгәндә, унда әҙерлек эштәре пландан тыш башҡарылған. Юл төҙөү- ремонтлау идаралығы етәкселеге менән быйыл уҡ юлға ҡырсынташ түшәү хаҡында һөйләшеү бара.

Шулай уҡ район хакимиәтенең төҙөлөш бүлеге начальнигы Латипов Рафаэль Зинур улының фекерен дә белдек:

-Хеҙмәт урамында газ-һыу һәр йортҡа үткәрелгән, шуға ла был урамдағы юлға асфальт түшәү 2018 йылға планлаштырылған. Тыныслыҡ урамындағы йорттарҙың күбеһе төҙөү этабында. Шулай булғас, инженер селтәрҙәре әле үткәрелмәгән. Кешеләрҙең яңы инженер коммуникацияларын һалыу төҙөлөштөң мотлаҡ этабы булыуын аңлауҙарын теләр инем, шунан һуң ғына был юлдарға асфальт түшәләсәк.

Табиптың да, “Дуҫлыҡ” микрорайоны халҡының да позицияһы аңлашыла. Һөнәри бурыстарҙы үтәү- туранан- тура юлдарҙың сифатына бәйле, сөнки бәләкәй балалы ғаиләләргә өйҙәренә ҡайтыуы ауыр. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла тылсымлы таяҡ ярҙамында ғына башҡарылмай шул. Бик теләһәң дә.


Лилиә КАНТИМЕРОВА.

Фәнис АҠСУРИН

фотоһы.
Читайте нас: