-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2017, 18:07

Бәхет асҡысы

Таныш булайыҡ- йылмайып торған, күҙҙәренән йылылыҡ һәм бәхет бөркөгән кеше- Рәмил ағай, ә эргәһендә тыныс, һөйкөмлө, баҫалҡы ҡатыны Хәҙикә апай. Улар иңгә-иң терәп, 50 йыл ғүмер юлын бергә үткән.

Таныш булайыҡ- йылмайып торған, күҙҙәренән йылылыҡ һәм бәхет бөркөгән кеше- Рәмил ағай, ә эргәһендә тыныс, һөйкөмлө, баҫалҡы ҡатыны Хәҙикә апай. Улар иңгә-иң терәп, 50 йыл ғүмер юлын бергә үткән.

Ҡыҙ менән танышҡансы уҡ, егет армия хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан- ул “Байконур” космодромында ракетчик булған. Артабан ниндәй генә ерҙә эшләһә лә, Рәмил Ғөбәйҙулла улы һәр саҡ яҡшылар иҫәбендә булған: хәрби-иҫәп өҫтәле начальнигы, комсомол ойошмаһы секретары (ошо вазифала булғанда ата-әсә йортона кәләшен алып ҡайтҡан), ферма мөдире, партия ойошмаһы секретары, ауыл советы рәйесе, колхозда диспетчер булып эшләгән. Эшләгән эштәре лә, стажы ла байтаҡ- 60 йыл, шуның 20 йылын һуңғы эш урынында эшләгән.

Ҡатыны ла иренә пар килгән. Ете йыл һауынсы булып эшләгән, колхоз баҫыуҙарында сөгөлдөр утаған, шул саҡта уҡ ауыл советында иҙән дә йыуырға өлгөргән. Хужалыҡтағы эштәрҙең күбеһе, иренең ата-әсәһен хәстәрләү (үҙҙәренә йорт һалғансы йәштәр улар менән 10 йыл бергә йәшәгән) ҡатындың иңенә төшкән- ире иртәнән кискә тиклем эштә булған. Эшһөйәр Хәҙикә Шакир ҡыҙы бөтәһенә лә өлгәшкән.

Өйҙәре тулы кәсә һымаҡ, ғаиләлә татыулыҡ хөкөм һөрә, ҡыуанып йәшәргә генә лә бит. Әммә бер мәл өйгә бәлә килә. Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһына ул күтәрә алырҙай ғына һынау ебәрермен, тигән. 29 йәшендә аварияға эләгеп, ике балаһын йәтим ҡалдырып, Хәбибуллиндарҙың өлкән ҡыҙҙары Гөлнара һәләк була. Әле лә шул көндәрҙе иҫкә алғанда әсә кешенең күҙенә йәш тула, бала ҡайғыһы онотола буламы һуң инде... Бәхетһеҙлеккә баш эймәйенсә, ғаиләләре тағы ла нығый, бер-береһенең ышаныслы иңенә таянып, артабан йәшәргә көс таба.

Ҡалған балалары намыҫлы кешеләр булып үҫкән, юғары белемгә эйә булған, ғаилә ҡорған. Ата-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫлек итеп йәшәйҙәр. Ҡыҙҙары Клара- хужабикә, күрше ауылда- Әтәстә йәшәй, ҡыҙҙары Гөлнур Ырымбур ҡалаһында юғары квалификациялы табип-педиатр, улдары Ринат Толбазы ауылында “Россельхозбанк” идарасыһы. Рәмил ағай менән Хәҙикә апай алты ейәненә һәм ике ейәнсәренә ҡыуанып бөтә алмай, улары ла өләсәй-олатаһын үлеп ярата. Аралары алыҫ булһа ла, балалары ата-әсәһенең хәлен белергә ваҡыт таба, ҙур хужалыҡтарында ярҙам итә, атай-әсәләрен иҫән-һау күреү, уларға таяныу, атайҙарының аҡыллы кәңәштәрен алырға һәм әсәләренең йылы ҡосағына һыйынырға мөмкинлектәре бар.

Балаларының да ныҡлы ғаилә ҡороуына аптырайһы юҡ, ата-әсәһе уларға ғаилә ояһын төҙөү серҙәрен өйрәткән. Балыҡлы ауылында йәшәүсе Хәбибуллиндар бәхет сере менән беҙҙең менән дә уртаҡлашты: “Бер-береңде аңларға, ихтирам итергә, юл ҡуя белергә кәрәк. Күбеһе түҙемлеккә бәйле. Туғандарҙы ла “һинеке”нә, “минеке”нә бүлергә ярамай, бер ғаиләлә йәшәйһең икән, тимәк, туғандар ҙа уртаҡ. Шулай булмаһа, ғаиләнең тарҡалыуына килтерә”.

Бөгөн Рәмил ағай менән Хәҙикә апай һәүетемсә генә пенсионерҙар тормошо менән көн итә, ҙур хужалыҡ аҫрайҙар, һыйыр малдары, ҡош-ҡорттары, умарталары бар.

Хәбибуллиндарға ныҡлы иҫәнлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ, Хоҙай Тәғәлә бүләләрен тәрбиәләшеү бәхетен дә насип итһен, сәләмәтлектә Бриллиант туйҙарын ҡаршыларға яҙһын.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.



Читайте нас: