+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2017, 18:09

Баҫалҡылыҡ, эшһөйәрлек - уның төп һыҙаттары

Райондың ауыл хужалығы предприятиеларында ышаныслы кешеләр эшләй. Улар ябай һәм баҫалҡы, көндәлек бурыстарын намыҫлы башҡарған кешеләр. Уларҙың бөртөкләп йыйылған хеҙмәттәренән бер дөйөм һөҙөмтә яһала.

И.М. Сидоров малдарын ваҡытында  ҡарай.
И.М. Сидоров малдарын ваҡытында ҡарай.
Райондың ауыл хужалығы предприятиеларында ышаныслы кешеләр эшләй. Улар ябай һәм баҫалҡы, көндәлек бурыстарын намыҫлы башҡарған кешеләр. Уларҙың бөртөкләп йыйылған хеҙмәттәренән бер дөйөм һөҙөмтә яһала.

Илья Сидоров (Златоуст) хеҙмәт юлын “Пугачев” совхозында водитель булып башлаған. Хужалыҡ тарҡалғас, ауыл ерендә шулай уҡ һорау менән ҡулланған һөнәрҙе һайлаған.

Бына һигеҙ йыл инде Илья Михайлович “Линар” йәмғиәтенең Златоуст фермаһында мал ҡараусы булып эшләй. 25 йыл водитель булып эшләү дәүерендә дисциплинаға, пунктуаллеккә һәм тәртипкә өйрәнгән кеше, ул яңы урында ла шундай булып ҡалған. Фермаға малдарҙы ҡарарға ваҡытында бара, уларҙың ятҡан урындарын тәртипкә килтерә.

Мал ҡарауы еңел эш түгел, быны һәр кем булдыра алмай. Бында тик түҙемле кешеләр эшләй. Фермала график үҙенсәлекле, байрамдар ҙа һәүетемсә генә үтә, күпселектә эштәр ҡулдан башҡарыла. Еңел булмаған шарттарҙа ла намыҫлы, эшһөйәр малсылар юғары һөҙөмтәләргә ирешә ала. Илья Михайлович коллегалары менән ҡараған һауын һыйырҙары төркөмөндә бер һыйырҙан алынған уртаса һауым 4000 литр тәшкил итә. “Линар” йәмғиәте башҡа хужалыҡтарға ҡарағанда һөт буйынса яҡшы артым алған. Юғары күрһәткестәр- дөйөм коллективтың берҙәм эш һөҙөмтәһе.

Намыҫлылығы өсөн Илья Михайловичты коллегалары ихтирам итә, етәкселек тик ыңғай фекерҙә. Быйыл ул һөнәре буйынса иң яҡшыһы тип танылған.
Фәнис АҠСУРИН фотоһы.

Читайте нас: