+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2017, 18:06

Белем - баһалап бөткөһөҙ байлыҡ

Һуңғы ваҡытта район почта бүлексәләренең күпселегендә гәзиткә яҙылыусылар һанының кәмеүе һәм планды үтәүе ауырайғандан-ауырая барыуы хаҡында күп ишетелә. Шуға ла Балыҡлы почта бүлексәһендә тиҫтәнән ашыу республика һәм район баҫмаларына яҙылған ғаилә тураһында ишеткәс, был ғаилә менән танышҡым килде.

Фатима апай гәзит-журналдар уҡырға ярата.

Өйҙә хужабикә Фатима апай Латипова ғына ине. Тормош иптәше Рәфҡәт ағай яңы гәзиттәрҙе уҡып сыҡҡандан һуң балыҡҡа киткән икән. Ә ҡатыны гәзит- журналдар ятҡан өҫтәл артында ултыра ине.

Баҡһаң, яңы йылдан был ғаиләгә 15-тән ашыу баҫма киләсәк, шулар араһында “Ашҡаҙар таңдары”- иң яратҡаны. Гәзит-журнал алдырыуға пенсиянан күпме аҡсалары китеүен һораныҡ. “Ғәҙәттә киң күләм мәғлүмәт сараларын яҙҙырыуға 4000-5000 һум аҡса тотонабыҙ. Әммә шуның бер тинен дә йәлләмәйбеҙ. Донъяла, илдә, республикала ниҙәр булғанын, райондағыһын әйтеп тораһы ла юҡ, белмәйенсә нисек йәшәп була?” – тине ул. Яҙҙырып алғандарынан тыш, Фатима апай почтальондар һатырға алып килгән гәзит-журналдарҙы ла бик теләп ала.

Әңгәмәбеҙ аҙағында хужабиә гәзиткә яҙылыусыларҙың әүҙемерәк булыуын теләне, район гәзитенә һис шикһеҙ яҙылырға һәм барлыҡ яңылыҡтарҙы белеп торорға кәңәш итте.

Фәнис АҠСУРИН фотоһы.

Читайте нас: