-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2017, 18:01

Бухгалтерҙың барыһы ла иҫәптә

Һандар менән эшләгәндә теүәллек һәм иғтибарлылыҡ, ҡағыҙҙар менән - бөхтәлек һәм башҡарыусанлыҡ мөһим. Фәриә Күскилдина үҙ эшенә нәҡ шундай ҡарашта.

Һандар менән эшләгәндә теүәллек һәм иғтибарлылыҡ, ҡағыҙҙар менән - бөхтәлек һәм башҡарыусанлыҡ мөһим. Фәриә Күскилдина үҙ эшенә нәҡ шундай ҡарашта.
-Бер ҡасан да бухгалтер булып эшләрмен, шуға уҡырмын, тип уйламаным. Бала саҡта, бөтә ҡыҙҙар һымаҡ ук, табип йәиһә уҡытыусы булырға хыялландым. Тормошта барыһы ла башҡаса килеп сыҡты. Салауат ҡалаһының бер предприятиеһында оҙаҡ йылдар техник контроль контролеры, артабан Бала Сытырман филиалында автобус кассиры булып эшләнем. Шунан “Пугачев“ совхозы магазинында эшләгән ваҡытта БДАУ-ға ситтән тороп уҡырға индем. 40 йәшемдә диплом яҡланым.
Читайте нас: