+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2017, 18:08

Хеҙмәтегеҙ һәм эшегеҙгә тоғро булыуығыҙ өсөн рәхмәт

Баҫыуҙарҙа ураҡ эштәре тамамланғандан һуң, традиция буйынса баҫыу һәм фермалар хеҙмәткәрҙәрен хөрмәтләйҙәр. Ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәренә, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтарына һәм белгестәренә, кемдәр ғүмерен ер һәм малсылыҡ эшенә бағышлаған, шуларға рәхмәт һүҙҙәре яңғырай.

Баҫыуҙарҙа ураҡ эштәре тамамланғандан һуң, традиция буйынса баҫыу һәм фермалар хеҙмәткәрҙәрен хөрмәтләйҙәр. Ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәренә, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтарына һәм белгестәренә, кемдәр ғүмерен ер һәм малсылыҡ эшенә бағышлаған, шуларға рәхмәт һүҙҙәре яңғырай.

Хөрмәтле ауыл эшселәре!

Бөтәгеҙҙе лә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәре көнө менән ихлас ҡотлайым!

Һөнәри байрамды беҙ ауыл хужалығы предприятиеларының малсылыҡтағы һәм үҫемлекселектәге уңыштары менән ҡаршылайбыҙ.

Башҡарылған ойоштороу эше, етәкселәрҙең, белгестәрҙең ҙур практик тәжрибәһе, механизаторҙарҙың тырыш хеҙмәте арҡаһында яҙын агротехник саралар комплексын ваҡытында башҡарыу мөмкин булды. Барлыҡ иген баҫыуҙарына ла -сортлы орлоҡтар, биш меңдән ашыу гектарға элиталы орлоҡ сәселде.

Район хужалыҡтары ураҡ эштәрен ваҡытында тамамланы. Быйыл иген культураларының уртаса уңышлылығы гектарынан- 21,3 центнер, игендең тулайым йыйымы 106,3 мең тонна тәшкил итте (былтырғы кимәлгә ҡарата 25 процент). Күрһәткестәр буйынса республиканың иң яҡшы ун районы араһында булыуыбыҙ ҡыуаныслы.

Комбайнсыларҙың, механизаторҙарҙың һәм иген йыйыусы звеноларҙың берҙәм хеҙмәте арҡаһында уңыш буйынса М.В. Фрунзе ис. кооператив, “Маяҡ”, “Искра” йәмғиәттәре лидер булды. Бөтә ауыл хужалығы предприятиелары ла ваҡытында ерҙе туңға һөрөп, ужым культураларын сәсте.

Ауыл хужалығында машина- тракторҙар паркын яңыртыу, юғары етештереүсәнлекле яңы техниканы индереү хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуҙың мөһим факторы булып тора. 2017 йылдың 10 айы эсендә райондың ауыл хужалығы предприятиелары тарафынан 127 млн-дан ашыу һумға техника һатып алынды. Был уңайҙан “Азат”, “Нива”, “Искра”, “Линар”, “Прогресс” йәмғиәттәре, КФХ ШЭ Рощупкин ҙур финастар һалды.

Районыбыҙҙа малсылыҡты үҫтереүгә лә етди иғтибар бирелә. 10 айға йомғаҡтар буйынса ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында һыйыр малы һаны 11716 баш тәшкил итә, шуларҙың 4805-е- һауын һыйырҙары. Барлығы 9447 тонна һөт етештерелде. Һауым буйынса “Линар” йәмғиәте ( былтырғы менән сағыштырғанда 107 процент), “Нива” (106 процент), М.В. Фрунзе ис. кооператив (103 процент), “Азат” йәмғиәттәре (101 процент) күрһәткестәрен яҡшыртты. Райондың ауыл хужалығы предприятиеларында 10 айға бер һыйырға һауым 3524 кг тәшкил итте. Фермер хужалыҡтары буйынса 1620 тоннна һөт етештерелде (былтырғыға ҡарағанда 105%). Г.М. Рощупкин КФХ (105%) һәм И.Ғ. Сиразетдинов (106%) һауымды арттырҙы.

Хужалыҡтарҙың фермаларында малдарҙың продуктлылығын күтәреү эше тейешле кимәлдә ойошторолған. Быйыл М.В. Фрунзе ис. кооператив ҡара-сыбар тоҡомло 65 баш тана һатып алды. Йыл аҙағына тиклем шундай тоҡомло һыйыр малын “Искра” йәмғиәтендә лә һатып алырға ниәтләйҙәр.

Ит малсылығы ла үҫә. “Маяҡ”, “Искра”, “Нива” йәмғиәттәрендә, М.В. Фрунзе ис. кооперативта, КХ “Технология”, КФХ ШЭ И.Ш. Аҡсурин, КФХ ШЭ В.М. Мишанкин хужалыҡтарында бер тәүлеклек уртаса артым буйынса күрһәткестәр яҡшы.

Әле малсылыҡ тармағында малдарҙы ҡышҡы аҫрау буйынса көсөргәнешле эш бара. Бының өсөн ныҡлы мал аҙығы базаһы булдырылған, район буйынса шартлыса бер баш малға уртаса 33,7 центнер мал аҙығы әҙерләнгән.

Малсылар башҡа йылдарға ҡарағанда быйыл ҡышҡа яҡшыраҡ әҙерләнде. Малсылыҡ биналары ремонтланды.

Райондың ветеринария хеҙмәткәрҙәре белгестәре малдарҙың һаулығын һаҡлай, өҫтәүенә, райондағы эпизоотехник хәлде имен тота.

Агросәнәғәт комплексы ветерандарына айырыуса рәхмәтемде белдергем килә. Фёдоровка районы үҫешендә йәш белгестәр менән бай тәжрибәләре менән уртаҡлашҡан өлкән быуын ауыл хеҙмәткәрҙәренең өлөшө ҙур.

Алдан йомғаҡ яһап, райондың ауыл хужалығы предприятиеларының ойошҡанлы һәм берҙәм эшләүен билдәләгем килә. Ауыл хужалығы продукцияһының тулайым күләме 1 ноябргә 2 млрд 799 млн һум тәшкил итте. Тауар һатыуҙан килгән килем былтырғы менән сағыштырғанда 115 процентҡа артты.

Район халҡының һәр ғаиләһенең өҫтәлендә икмәк, һөт, ит, йәшелсә бар. Шуға ла был һөнәри байрам ғына түгел, беҙҙе ошо продукттар менән тәьмин итеүселәргә рәхмәт әйтеү мөмкинлеге лә.

Хәҙерге агросәнәғәт комплексының ҡатмарлы шарттарҙа булыуына ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре эшһөйәрлек, түҙемлек, үҙ эшенә тоғоролоҡ өлгөһө булып ҡала килә.

Районыбыҙ хеҙмәткәрҙәренә ирешелгән уңыштары өсөн рәхмәт белдерәм. Күңел күтәренкелеге, уңыштар, яңы үрҙәр яулауҙарын теләйем.


В.Ф. НАСРЕТДИНОВ,

Фёдоровка районы МР хакимиәте башлығы.
Читайте нас: