+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2017, 18:08

Лайыҡлылар наградланды

Өфө ҡалаһының Ленин районында агросәнәғәт комплексының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы булды.

Өфө ҡалаһының Ленин районында агросәнәғәт комплексының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы булды.
Иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр араһында районыбыҙҙан делегация ла ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы етәкселегендә Башҡортостандың баш ҡалаһында ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, хакимиәт башлығының иҡтисад һәм ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Н.Ғ. Насретдинов, М.В. Фрунзе исемендәге кооператив рәйесе Ф.З. Ғәлиев, “Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәтенең генераль директоры Р.Ҡ. Сәйетбатталов, “Линар” йәмғиәтенең ферма мөдире М.И. Евдокимов, “Маяҡ” йәмғиәте етәксеһе С.А. Дәүләтбаев, М.В. Фрунзе ис. кооперативтың баш агрономы Р.З. Сәйфуллин, “Азат” йәмғиәтенең быҙау ҡараусыһы А.Д. Русакова барҙы.
Байрамда 2017 йылдың 10 айына йомғаҡ яһалды һәм ауыл хужалығы алдынғыларына наградалар тапшырылды. Юғары произвоство күрһәткестәре өсөн БР Хөкүмәте Дипломы менән М.В. Фрунзе ис. кооператив бүләкләнде, ошо хужалыҡтың агрономы Р.З. Сәйфуллин БР буйынса “Һөнәре буйынса иң яҡшы” тип танылды. “Линар” йәмғиәтенән М.И. Евдокимовҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме бирелде. “Азат” йәмғиәте Новоселка бүлексәһенең быҙау ҡараусыһы А.Д. Русаковаға РФ Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты һәм сәғәт тапшырылды.
Читайте нас: