+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2017, 16:25

Хеҙмәттәрен хуплап, үҙҙәрен ҡотлап

Халыҡта юҡҡа ғына “Икмәк- барыһына ла баш”,-тип әйтмәйҙәр, ә ер эшкәртеүселәрҙе туйындырыусылар, тип йөрөтмәйҙәр. Игенселәр, малсылар, механизаторҙар һәм башҡа ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре- ҙур ихтирамға лайыҡ кешеләр. Ошо көҙгө көндәрҙә бөтә республика буйынса уларҙы хөрмәтләү байрамы-Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уҙғарыла. Бындай тантана районыбыҙҙа ла үтте.

“Гермес” ҡулланыусылар йәмғиәтенең продукцияһы барыһының да иғтибарын йәлеп итте.
“Гермес” ҡулланыусылар йәмғиәтенең продукцияһы барыһының да иғтибарын йәлеп итте.
Халыҡта юҡҡа ғына “Икмәк- барыһына ла баш”,-тип әйтмәйҙәр, ә ер эшкәртеүселәрҙе туйындырыусылар, тип йөрөтмәйҙәр. Игенселәр, малсылар, механизаторҙар һәм башҡа ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре- ҙур ихтирамға лайыҡ кешеләр. Ошо көҙгө көндәрҙә бөтә республика буйынса уларҙы хөрмәтләү байрамы-Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уҙғарыла. Бындай тантана районыбыҙҙа ла үтте.

Һөнәре буйынса иң яҡшыларҙы бүләкләнеләр

Традиция буйынса байрамға Ауыл хужалығы министрлығы һәм БР Хөкүмәте вәкилдәре саҡырылды. Район мәҙәниәт йорто артистары уларҙы хуш еҫле икмәк-тоҙ һәм сәләмләү йыры менән ҡаршы алды. Район хакимиәте башлығы Венер Насретдинов оҙатыуында мәртәбәле ҡунаҡтар алдынғы хужалыҡтарҙың һәм предприятиеларҙың күргәҙмәһен ҡараны. Район мәҙәниәт йорто фойеһында М.В. Фрунзе ис. кооператив, “Нива”, “Азат”, “Гермес”, “Линар”, “Башҡорт ҡаҙы” йәмғиәттәре, Фёдоровка һөт заводы (“Мәләүез һөт-консерва комбинаты” йәмғиәте бүлексәһе), КФХ ШЭ В.В. Ветров үҙ продукцияһының киң ассортиментын күрһәтте һәм Оло Сытырман ауылынан умартасы М.М. Солтанғолов умартасылыҡ әйберҙәре күргәҙмәһен тәҡдим итте. Баласытырмандар БР һәм РФ атҡаҙанған агрономы Л.И. Сәлишевтың иҫтәлегенә арналған күргәҙмә әҙерләгәйне.

Тантаналы йыйылыш сағыу тамаша менән асылды. “Башаҡтар менән бейеү” вокаль-хореографик композиция барышында рус милли кейемендәге һылыуҡай район мәҙәниәт усағының сәхнәһенә халыҡтың ҡунаҡсыллығы символын, игенселәрҙең һәм икмәк бешереүселәрҙең эш һөҙөмтәһен - ҙур икмәк алып сыҡты.

Залда йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы В.Ф. Насретдинов сәләмләне. Ул ергә һәм һайлаған һөнәрҙәренә тоғролоҡтары өсөн ауыл халҡына рәхмәт белдерҙе. Быйылғы йыл аграрийҙар өсөн ысын һынау булыуын, әммә ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең берҙәм эше арҡаһында райондың продукция етештереү буйынса республикала иң яҡшы ун район араһында булыуын билдәләне.

Республика агросәнәғәт комплексының эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, БР Ауыл хужалығы министрлығының инвесторҙар менән эшләү һәм тышҡы бәйләнештәр бүлеге начальнигы Ф.З. Ханнанов ауыл хужалығы күрһәткестәре буйынса Фёдоровка районының дөйөм республика фонында лайыҡлы урын биләүен, шулай уҡ инвестициялар йәлеп итеү һәм яңы проекттарҙы бойомға ашыру буйынса ҙур потенциаллы булыуын билдәләп үтте. Ҡотлау телмәрендә ул федоровкаларға юғары уңыштар, техникаларҙың- төҙөк һәм һауа торошоноң имен булыуын теләне. Намыҫлы эшләгән хеҙмәткәрҙәргә БР Ауыл хужалығы министрлығының почет грамоталарын тапшырҙы.

Республика Башлығы Р.З. Хәмитов, Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай рәйесе К.Б. Толкачев һәм БР Хөкүмәте премьер-министры Р.Х. Мәрҙәнов исеменән сарала ҡатнашыусыларҙы был әһәмиәтле ваҡиға менән Республика Башлығы ярҙамсыһы С. Харрасов ҡотланы һәм эшкә йомғаҡ яһаны.

-Уңыш булһа, тормош дауам итәсәк, эшләйәсәкбеҙ, балалар үҫтерәсәкбеҙ, төҙөйәсәкбеҙ, үҫәсәкбеҙ, алға барасаҡбыҙ,- тине ул. Үҙенең сығышын бөтә ваҡытта ла көнүҙәк булған Л.И. Брежневтың “Малая земля. Целина. Возрождентие” трилогияһындағы “Икмәк үҫһә- йыр ҙа буласаҡ!” әйтеме менән тамамланы. Салауат Фәттәх улы фермер хужалығы башлығы (Покровка ауылы) Р.М. Йосоповҡа РФ Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.

Производство күрһәткестәре буйынса алдынғы урындарҙы яулаған хужалыҡтарҙы район хакимиәтенең почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләү тантаналы рәүештә уҙҙы. Сәхнәгә көслө алҡыштар аҫтында “Нива”, “Линар”, “Искра”, “Азат” йәмғиәттәре, М.В. Фрунзе ис. кооператив етәкселәре күтәрелде.

Был көндә агросәнәғәт комплексы ветерандарына ла ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны. Үҙҙәренең эшмәкәрлеген ауыл хужалығына бағышлағандар- М.С. Шәғәлиев, Н.А. Ясаков, Ф.Х. Ғөзәйерова, Ф.Ғ. Насретдинов, Р.Х. Насиров, Л.С. Шаванова район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Хеҙмәт, хәрби көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары Советының ойошторолоуына 30 йыл тулыу айҡанлы район советының әүҙем ағзалары М.Д. Куропаткин (ветерандар советы рәйес)-хаҡлы ялға сыҡҡансы хеҙмәт һағы буйынса баш инженер булып эшләгән, әле пенсионерҙарға проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам итеүсе; БР Ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Хеҙмәт ветераны, ғүмерен тыуған еренә бағышлаған З.С. Сәйетбатталов (район ветерандар советы башҡарма комитеты ағзаһы) юбилей миҙалдары менән бүләкләнде.

2017 йылдың 10 айында һөнәре буйынса яҡшыларҙы хөрмәтләү сараның иң тантаналы мәле булды. Агрономдарға, водителдәргә, малсыларға, һауынсыларға, бухгалтерҙарға һәм башҡа белгестәргә тантаналы рәүештә, көслө алҡыштар аҫтында ал таҫмалар тағылды һәм почет грамоталары тапшырылды.

Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән “Башҡорт ҡаҙы” һәм “Мәләүез һөр-консерва комбинаты” йәмғиәттәре етәкселәре үҙ партнерҙарын ҡотланы һәм хеҙмәттәшлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе район мәҙәниәт йорто һәм һәүәҫкәр артистар байрам концерт программаһы менән ҡыуандырҙы. “Мерчень”, “Замандаш”, “Сударушка”, “Околица” һ.б. милли ансамблдәр йыр- бейеүҙәр башҡарҙы. Алып барыусылар Алевтина Петрова менән Азамат Ғибаҙуллин сара барышында залдағыларға күтәренке кәйеф бүләк итте.
Башҡорт еренең данлыҡлы улын иҫкә алдылар

БР һәм РФ атҡаҙанған агрономы Л.И. Сәлишев райондың үҫемлекселек тармағын үҫтереүгә тос өлөш индергән. Уның тупраҡты минималь эшкәртеү ысулы республикала ғына түгел, бөтә илдә һәм сит илдәрҙә лә танылыу яуланы. Сараның бер өлөшө уның 80 йәшлек юбилейына бағышланды. “Маяҡ” йәмғиәте агрономы Т.Н. Рисов был талантлы кеше менән хеҙмәттәшлек тәжрибәһен иҫкә алды, хәтирәләре менән бүлеште. Билдәле яҡташыбыҙҙың ҡатыны Менәүәрә Хәбибулла ҡыҙы хөрмәтенә лә йылы һүҙҙәр яңғыраны. Ысын ҡатын-ҡыҙ, ышаныслы терәк булғаны өсөн рәхмәт белдереп, уға гөлләмә бүләк иттеләр.

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе А.М. Тәтегәсева ҡотланы. Башҡорт еренең данлыҡлы улын иҫкә алырға килгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе. Линир Сәлишевтың район именлеге өсөн әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге тураһында һөйләп үтте. Атҡаҙанған агрономдың юбилейына арналған “Үҙ еренең улы” темаһына иншалар район конкурсында еңеүсе Яңы Яуыш мәктәбе уҡыусыһы Айһылыу Ғәбдрәшитоваға бүләк тапшырҙы.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Фәнис АҠСУРИН

фотолары.

Читайте нас: