-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2017, 16:20

Күңел өсөн мауығыуҙар

Әсәләр көнө алдынан, 23 ноябрҙә, район мәҙәниәт йорто фойеһында райондың оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәре күргәҙмәһе була. Ул 18.00 сәғәттә башлана.

Әсәләр көнө алдынан, 23 ноябрҙә, район мәҙәниәт йорто фойеһында райондың оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәре күргәҙмәһе була. Ул 18.00 сәғәттә башлана.

Бындай сараларҙа, күргәҙмәләрҙә булғанда, әкиәт иленә эләккәндәй булаһың, авторҙарҙың һәр эшенә текләп ҡарайһың да аптырашта ҡалаһың. Районыбыҙҙа талант-лы, ысын тылсым эйәләре бихисап. Улар юҡтан ғына матур әйбер эшләргә һәләтле, ҡулдары ысынында алтын.

Үҙ эштәре менән танылған оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ хаҡында һөйләп үткем килә. Шуларҙың береһе- район һәм республика күргәҙмәләрендә даими ҡатнашыусы Хәлисә Багаева (Батыр ауылы). Уның күркәм әйберҙәренә ҡарап, ысынлап та кеше ҡулдары менән башҡарылғанлығына ышанып та бөтмәйһең.

Кәшифә Абдуллинаның (Балыҡлыбаш) сағыу изделиелары ла күҙҙең яуын алып тора. Яңы Яуыштан Әлфиә Юлҡотлинаның “Аҡҡош күле”нән ҡарашты ситкә борорлоҡ түгел. Зилә Хмельницкая (Бала Сытырман) шәлдәрен ҡабатланмаҫ биҙәктәр менән биҙәй. Лидия Батраева менән Александра Белякованың (икеһе лә Үрге Алаштандан), Лидия Силяеваның (Кузьминовка) сигелгән картиналарын бер һүҙһеҙ сәнғәт шедевры тип атарға була. Улар ҡарап торғанда сәскә ата, һымаҡ. Валентина Григорьеваның (Веселовка) һәм Вера Петрованың (Кирюшкин) сыуаш баш кейемдәре үҙенсәлекле сәнғәт әҫәрҙәре һымаҡ. Мәбүрә Ғәйетҡолованың (Һәйет) эштәре, айырыуса “Ете ҡыҙ” композицияһы, һөйөү менән башҡарылған. Роза Раҡаеваның (Бала Сытырман) милли колоритлы балаҫтарынан башҡа бер күргәҙмә лә үткәне юҡ тиерлек. Лариса Сиднева (Алешкин) таҫмаларҙан донъялағы бөтә сәскәләрҙе лә сигә белә һымаҡ. Ә Альфира Абдуллина, Фәрзәнә Зөбәйерова (икеһе лә Ҡораласыҡтан) эштәрендә донъяның бөтә матурлығын һәм нәфислеген сағылдырған. Оҫталарыбыҙҙың эштәре менән һоҡланыу һәм һатып алыу өсөн йәрминкәгә килегеҙ.

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн был шөғөл мөһим булып ҡына ҡалмай, ғаиләләренә килем килтерә, интерьер һәм ҡыҙҙар өсөн матур биҙәүестәр булып тора. Шуға ла ошо атап үтелгән оҫта ҡуллы ханымдарҙы ғына түгел, әлегә танылыу яулап өлгөрмәгән оҫталарҙы- йәрминкәлә ҡатнашырға, ә район кешеләрен шул әйберҙәрҙе һатып алырға саҡырам.

Читайте нас: