тиҙәр бер тауыштан Дегтярев Дмитирий Осиповичтың балалары һәм ейәндәре, бүләләре.- Һуғышты үткән. Әсәй менән бергә тыуған колхозда ғүмер буйы эшләгәндәр, беҙҙе үҫтерҙеләр, аяҡҡа баҫтырҙылар. Атайыбыҙ һәр саҡ көслө, ныҡ, ғәҙел кеше булды. Әле лә ул юлыбыҙҙы яҡтыртыусы йондоҙ, терәгебеҙ ҙә, ярҙамсыбыҙ ҙа, кәңәшсебеҙ ҙә”.
Дмитрий Осипович туғыҙ тиҫтә йыл элек Сысҡан ауылында тыуған (район картаһында ул юҡ инде). Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда үҫмер малай өлкәндәр менән бер рәттән ул саҡтағы “Коммунист” колхозында йәйен- баҫыуҙа, ҡышын фермала эшләгән.
1949 йылдың авгусында армияға алынған. Хабаровскта, 17343-сө хәрби частә хеҙмәт иткән. Присяга ҡабул иткәндән һуң уларҙы Сибучар станцияһындағы автомәктәпкә шоферҙар курсына ебәргәндәр. Шунан бирле бөтә ғүмере юл менән бәйле. Хабаровскта уҡып бөткәс, 151-се полк булдырылған һәм уны һуғыш барған Кореяға ебәргәндәр.
Әле Дмитрий Осипович Кореяла хеҙмәт иктән сағын тулҡынланыу менән иҫкә ала: “Полкта 500-ҙән ашыу кеше ине. Тәүҙә беҙ Елудзянь йылғаһындағы электр станцияһын оброналаныҡ. Шунан аэродромды һаҡланыҡ. Шунда ҙур бәлә булды ла инде- аэродромға термиттар ташланылар... полк юҡҡа сыҡты!” Ветеран аҡса янсығынан иҫке фотоны алып, йыйырсыҡлы ҡулы менән һыпырып: “Бына улар, минең хәрби дуҫтарым, шуларҙың 26 –һы ғына иҫән ҡалды. Баҫыуҙарға һыу һибеү каналы- арыҡ арҡаһында ғына иҫән ҡалдыҡ”. Был хәсрәтле хәтирәләр уға 65 йыл инде тынғылыҡ бирмәй.
Тыуған ауылына ул 1953 йылдың мартында әйләнеп ҡайтҡан һәм шунда уҡ “Пугачев” совхозы МТС-ына эшкә урынлашҡан (Юрматы һәм Веровка ауылдары). Бында Веровкала буласаҡ ҡатыны Беликова Нина Семеновнаны осратҡан, уның менән 58 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәгәндәр. Өс балаға ғүмер биреп, тәрбиәләгәндәр. Михайловкаға 1957 йылда күсенгәндәр, тәүҙә иҫке генә бер йортта йәшәгәндәр, шунан үҙ көстәре менән яңыһын һалып сыҡҡандар.
Йылдар үткән, заман һәм тормош үҙгәргән. Ә Дмитрий Осипович үҙ һөнәренә тоғро ҡалған. Райондың һәм республиканың юлдары буйлап йөрөгән, техникаһына һаҡсыл ҡарашта булған, намыҫлы эшләгән. Шофер булыу - туҙанлы, насар, борма-борма юлдарҙан йөрөүе еңел булмаған. Шуға ҡарамаҫтан, ул бер ҡасан да ошо һөнәрҙе һайлауына үкенмәгән. Әлеге йәшендә лә ул руль артында.
Водитель эше- яуаплы һөнәр, айырыуса әгәр йөк ташыһаң, пассажирҙар йөрөтһәң. Дмитрий Осипович 14 йыл буйы “Новая жизнь” колхозы рәйесе Александр Склярҙы йөрөткән. Үҙ ғүмерендә төрлө транспортта эшләгән- еңел машинанан алып йөк машиналарына тиклем –уға алты яңы машинаны ышанып тапшырғандар. Дмитрий Осипович әйтеүенсә, түҙемлек, иғтибарлылыҡ- шоферҙың төп сифаттары.
Намыҫлы хеҙмәте өсөн Дмитрий Дегтярев бер нисә тапҡыр грамоталар, ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында намыҫлы хеҙмәте өсөн Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 30, 40, 50, 60, 65, 70 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән. Ә бына Кореяла алған миҙалын ейәндәре уйнап йөрөтөп, ҡайҙалыр юғалтҡан.
Ҡатыны ла үҙе һымаҡ, эшсән, хужалыҡсыл булған. Әйткәндәй, ҡатыны Нина Семеновна ла ире кеүек ғүмер буйы бер урында- “Новая жизнь” колхозында һауынсы, быҙау ҡараусы булып эшләгән. Күрәһең, даимилыҡ Дегтяревтарҙың ғаилә һыҙатылыр. Күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн ул да күп төрлө наградалар алған. Иң иҫтә ҡалғаны Мәскәүгә ВДНХ-ға барыуы булған. Шунан алып ҡайтылған диван өҫтөндә эленеп торған келәм Дегтяревтарға хәстәрлекле, арыу-талыу белмәҫ ҡатынын, әсәләрен, өләсәйҙәрен хәтерләтеп тора. Уның был донъянан китеүенә етенсе йыл икән инде.
Дегтяревтар яҡшы балалар үҫтергән. Барыһы ла ата-әсәһе һымаҡ, патриоттар, улар юлынан киткәндәр, ситтә бәхет эҙләп йөрөмәгәндәр, тыуған ауылдарында нигеҙ ҡорғандар. Ҡыҙҙары Любовь шул уҡ колхозда хаҡлы ялға киткәнсе, быҙау ҡараған. Улдары Иван, атаһы һымаҡ, әле лә водитель булып эшләй. Кескәй ҡыҙҙары Галина Иҫке Михайловка һөт ҡабул итеү пунктында лаборант, мастер булып эшләгән. Барыһы ла хаҡлы ялда, көн дә килеп, атайҙарына ярҙам итеп китәләр.
Дмитрий Осипович бай һәм бәхетле кеше. Уның алты ейәне, туғыҙ бүләһе бар! Барыһы ла ошо көндәрҙә олатайҙарына килеп, уны юбилейы менән ҡотлап, һөйөү һәм рәхмәт һүҙҙәрен белдерәсәктәр. Беҙ ҙә шул теләктәргә ҡушылабыҙ һәм Дмитрий Осиповичҡа ныҡлы иҫәнлек, бәхетле тормош, күңел тыныслығы, тағы ла оҙаҡ йылдар балаларын, ейәндәрен күңел йылылығына күмеп, шатландырып йәшәүен теләйбеҙ.