Ауыл халҡы йыйылышында урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сиктәрендә мәктәптең шифер түбәһен профнастилға алмаштырыу буйынса ҡарар ҡабул ителде. Сөнки оҙаҡ йылдар мәктәптең түбәһенән һыу үтә ине. Йыл дауамында капиталь ремонтлау буйынса әүҙем эш алып барылды. Был эштәр ноябрҙә тамамланды һәм шул айҡанлы 13-өндә байрам булды.
Район башлығы В.Ф. Насретдинов был проектты күҙ уңында тотто- мәктәп директоры бының өсөн уға айырыуса рәхмәт белдерҙе. Сарала сығыш яһағанда Венер Фәрит улы был эштәрҙең муниципаль район, республика бюджеттары, бағымсылар, ауыл халҡының ярҙамы арҡаһында башҡарылыуын билдәләне. Шулай уҡ ул кешеләрҙең күпселегенең проектта ҡатнашыуы уртаҡ көс менән башҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәһенә һаҡсыл булыу мөмкинлеген бирәсәген белдерҙе.
Эштәр башланғансы Венер Фәрит улы мәктәпкә килгәс, көнүҙәк мәсьәләләр менән ҡыҙыҡһынды. Бина эсендә лә ремонт эштәрен үткәргәндә, яҡшы булыр ине, тигән үтенескә уйлап ҡараясаҡтарын белдерҙе. Ағымдағы йылда бина эсендәге санузел сафҡа индерелде. Иҙәнен буяйһылары ғына ҡалған, буяу һатып алынған инде, шунан был уңайлыҡтан файҙаланырға мөмкин буласаҡ.