+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2017, 17:18

Киләһе быуындарға Мөрәжәғәтнамә

Быйыл 7 ноябрҙә “Азат” йәмғиәтенең Новоселка бухгалтерияһында ғәҙәттән тыш хәл булды.

Быйыл 7 ноябрҙә “Азат” йәмғиәтенең Новоселка бухгалтерияһында ғәҙәттән тыш хәл булды.
Ул көндә әлеге хеҙмәткәрҙәр генә түгел, элек эшләгән бухгалтерҙар ҙа килгәйне. Ирле –ҡатынлы Иван Петрович менән Люда Никоновна Фёдоровтар ҙа бар ине. Эш шунда- 1967 йылдың 31 декабрендә “Родина” колхозының баш бухгалтеры Петр Семенович Федоров (Ивандың атаһы) киләсәккә сейфҡа посылка һалып ҡуйған. Ябай гәзиткә төрөлгән пакет бау менән бәйләнгән һәм мисәтләнгән. Унда “Совет власының 100 йыллығына тиклем асмаҫҡа!” тип яҙылған.
50 йыл буйы посылка сейфта үҙ ваҡытын көтөп ятҡан, бухгалтерия хеҙмәткәрҙәре 50 йыл буйы: “Нимә һуң унда?” тип баш ватҡан. Ә баш бухгалтер пенсияға киткәнсе был һорауға яуап бирмәгән, эстән генә көлгән, серҙе асмаған. Был турала уның урынбаҫары Михаил Фёдорович Петров та, тракторҙар паркы бухгалтеры Архип Константинович Петров та, кассир Иван Алексеевич Петров та, колхоз рәйесе Илья Иванович Антонов та белмәгән.
Күреүебеҙсә, 1967 йылда бухгалтерияла ирҙәр эшләгән. Етмешенсе йылдарҙа техникумдарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында белем алып, уларға алмашҡа ҡыҙҙар ҡайтҡан. Әле күптәре хаҡлы ялда. Барыһы ла тиерлек элекке баш бухгалтерҙың әйткәнен тыңлап, 7 ноябрҙә хужалыҡ идаралығына йыйылған, элекке коллегаларын иҫкә алғандар һәм пакетты асҡандар.
Был хәлдең ғәйеплеһе тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтәм. Петр Семенович Фёдоров 1926 йылдың 28 авгусында тыуған. Йәшлеге һуғыш йылдарына тура килгән. Фронтҡа алынған, миҙалдар, ордендар тағып өйөнә әйләнеп ҡайтҡан. Ҡайтҡас, бухгалтерға уҡып сыҡҡан һәм тыуған колхозда эшләй башлаған. 39 йыл был эште алып барған ул!
Читайте нас: