+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2017, 17:24

“Яуаплы, грамоталы”,-

тине М.В. Фрунзе ис. кооператив етәксеһе Ф.З. Ғәлиев хужалыҡ агрономы хаҡында. Ринат Сәйфуллин 2016 йылғы эш һөҙөмтәләре буйынса райондың иң яҡшы агрономы тип танылды. 2017 йылдың ноябрендә уға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең “Һөнәре буйынса иң яҡшы” Дипломын республика министрҙар кабинеты рәйесенең беренсе урныбаҫары И.Р. Мәхәмәтдинов тапшырҙы.

“Бындай юғары һөҙөмтәгә ирешеүегеҙҙең сере нимәлә?”- тигән һорауға ул:
-Был минең генә түгел, дөйөм хеҙмәт һөҙөмтәһе. Хужалыҡ етәкселеге тарафынан эшләү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Беренсенән, заманса, һөҙөмтәле техника менән тәьмин ителеү бөтә төр эштәрҙе лә яҡшы башҡарырға мөмкинлек бирә. Сөнки иҫке тракторҙарҙа һәм агрегаттарҙа әллә ни ҡыйратып булмай. Икенсенән, минераль ашламалар һатып алыу һәм ҡулланыу, органик ашламаларҙы баҫыуҙарға сығарыу- ер эшкәртеүҙә мөһим. Унан тыш юғары уңышҡа ирешеүе мөмкин түгел. Әлбиттә, кадрҙар- тәжрибәле, намыҫлы механизаторҙар, водителдәр күпте хәл итә. Уларҙың намыҫлы, тырыш хеҙмәтенән башҡа етди эштәр ойоштороп булмаҫ ине.
4755 гектар майҙанда ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сәсеү кампанияһын ойошҡанлы үткәрҙек. Иген культураларына һәм техник культураларға рәт-ара химик утауҙы ваҡытында үткәрҙек. Ураҡты берҙәм башҡарып сыҡтыҡ. Иген культураларының уртаса уңышлылығы гектарынан 26,8 центнер тәшкил итте. Мин быны бөтә фрунзеләрҙең эш һөҙөмтәһе тип һанайым.
Үҙемә килгәндә, күрше райондарҙағы, төбәктәрҙәге алдынғы хужалыҡтарҙың тәжрибәһен өйрәнәм. Агроном-белгестәр менән кәңәшләшәм. Белгеслегем буйынса мин инженер-механик, агроном булып 2012 йылдан бирле эшләйем.
Әңгәмәләшкәндән һуң йәш, энергиялы агроном келәттәргә ашыҡты. Уңың әйтеүенән хужалыҡта игенде сорттарға бүлеү, сәсеүгә әҙерлек менән мәшғүл булыуҙарын белдек. Киләсәк уңышҡа нигеҙ бөгөн һалына.
Фәнис АҠСУРИН фотоһы.
Читайте нас: