-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2017, 16:56

Кадрҙар мәсьәләһе контролдә

Эске эштәр министрлығы органдарында тәрбиә эше- шәхси составта һөнәрмәнлек, граждан һәм әхлаки- психологик сифаттар булдырыу тигәнде аңлата. Шулай уҡ оператив-хеҙмәт бурыстарын үтәү һәм хеҙмәткәрҙәрҙең дөйөм мәҙәниәтен үҫтереүҙе мобилләштереү ҙә мөһим.

Шәхси состав менән эшләү буйынса район эске эштәр бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы В.Н. Канайкин менән был хаҡта Фёдоровка районы полиция бүлексәһендә әңгәмәләштек.

-Владимир Николаевич, эшегеҙ нимәнән ғибәрәт булыуын һөйләп үтмәҫһегеҙме?

-Беренсе сиратта бүлексәнең шәхси составының белем кимәлен- хоҡуҡи белемен, юридик грамоталылығын, ҡануниәтте, норматив-хоҡуҡи акттарҙы белеүен, уларҙы дөрөҫ трактовкалауҙы һәм көндәлек хеҙмәт эшмәкәрлегендә ҡулланыуын, уның әхлаки-шәхесен, мораль ныҡлығын контролләү һәм кадрҙар составын билдәләү.

-Хеҙмәткәрҙәрегеҙ нисә йәштә, ниндәй белемле?

-Уртаса 30 йәштә. Белем кимәле - 70 процент шәхси составта юғары белем, яртыһынан күбеһе юғары юридик белемгә эйә.

-Бүлексә кадрҙар менән тулыһынса комплектланғанмы?
Читайте нас: